7 декабрь, Шаршамбы

21 май 2014 йыл, 14:34

Рөстәм Хәмитов Ляонин провинцияһының Ҡытай Коммунистик партияһы комитеты секретары Ван Минь менән осрашты

автор: "Башинформ"

19 майҙа Шэньянда (Ҡытай Халыҡ Республикаһы) Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов менән Ляонин провинцияһының Ҡытай Коммунистик партияһы комитеты секретары Ван Миндың (Wang Min) осрашыуы уҙҙы. Осрашыу барышында Башҡортостан менән Ляонин провинцияһы араһында хеҙмәттәшлек перспективаларын тикшерҙеләр.

Вань Минь Рөстәм Хәмитовты провинцияның дөйөм хәле менән таныштырҙы. Бында 44 миллион кеше йәшәй. Провинция Ҡытайҙың мөһим сәнәғәт базаһы булып тора. Төп тармаҡтар – машина эшләү, металлургия, нефть эшкәртеү, ауыл хужалығы. Провинция башлығы шулай уҡ, 1999 йылда Өфө менән Шэньян араһында хеҙмәттәшлек тураһында килешеү төҙөлгәйне, тип иҫкә алды.

— Башҡортостан һәм Өфө ҡалаһы менән иҡтисад, мәҙәниәт, мәғариф, экология өлкәһендә хеҙмәттәшлек итергә теләйбеҙ. Шэньян һәм Өфө – туғандаш ҡалалар, артабан да Ляонин провинцияһы менән Башҡортостан араһында хеҙмәттәшлекте үҫтерер инек, — тине Ван Минь.

Рөстәм Хәмитов Башҡортостандың иҡтисад майҙаны һәм структураһы буйынса бик ныҡ Ляонинға оҡшауын билдәләне.

— Беҙ ҡараныҡ, һеҙҙә юлдар матур, бик күп торлаҡ төҙөлә. Һеҙ сәнәғәттә иң яҡшы технологияларға эйә. Беҙ ҙә был йүнәлештә эшләйбеҙ, һәм шул юҫыҡта беҙгә Ҡытай Халыҡ Республикаһы бизнесының ярҙамы кәрәк. Предприятиеларыбыҙҙың һеҙҙең ил территорияһында ла файҙаланырға мөмкин булған алдынғы технологиялары бар. Миҫалға, беҙҙә скважинар быраулау өсөн уникаль ҡорамалдар сығаралар. «Хайчен Нефтемаш» сығарған кеүек быраулау ҡоромалдары юҡ, әммә ер бырауҙар үҙҙәре бар. Ляонин предприятиеһы менән беҙҙең мөмкинлектәрҙе берләштереү өр-яңы сифат булдыра алыр ине, — тине Рөстәм Хәмитов.

Башҡортостан Президенты, «Хайчен Нефтемаш» компанияһы менән Башҡортостанда нефть быраулау өсөн ҡорамалдар етештереү буйынса предприятие төҙөү мәсьәләһе буйынса әүҙем һөйләшеүҙәр алып барыла, тип хәбәр итте.

— Был идеяны дөрөҫ тип иҫәпләйбеҙ һәм башланғысты хуплаясаҡбыҙ. Ляонин провинцияһы етәкселегенең шулай уҡ был проектты хуплауын теләйем, — тине Рөстәм Хәмитов. — Республикабыҙҙа әлегә Ҡытай Халыҡ Республикаһының бизнесы юҡ. Һәм был проект Ҡытай бизнесы ҡатнашлығы менән тәүге масштаблы проект булыр ине.

Шулай уҡ Рөстәм Хәмитов, элек Башҡортостан вуздарында Ҡытай Халыҡ Республикаһы студенттары уҡыны һәм республика фән, мәғариф, мәҙәниәт өлкәһендә мөнәсәбәттәрҙе яңынан башларға әҙер, тип билдәләне.

Башҡортостан Президенты Ван Минды һәм Ляонин провинцияһы делегацияһын хеҙмәттәшлек тураһында яңы килешеүгә ҡул ҡуйыу өсөн республикаға килергә саҡырҙы.

— Беҙҙең илдәр бер-береһенә яҡын, Башҡортостан Республикаһы менән Ляонин провинцияһы тағы лы аяҡыныраҡ булыуҙарын теләйбеҙ, — тип йомғаҡланы Рөстәм Хәмитов.