7 декабрь, Шаршамбы

21 май 2014 йыл, 12:25

Алты ил вәкилдәре «Урал моңо-2014» фестивалендә ҡатнашасаҡ

автор: Ләйлә Аралбаева

Төрки йәштәре араһында «Урал моңо — 2014» Халыҡ-ара йыр-моң конкурс-фестивале Өфөлә 28-30 майҙа үтәсәк. Хәҙер сараға һуңғы әҙерлек бара.

Быйыл фестивалгә биш яҡын һәм алыҫ сит илдән: Төркиә, Әзербайжан, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан, Гагаузиянан (Молдова), Рәсәйҙең 17 төбәгенән: Ҡырым, Мари Иле, Тыва, Саха (Яҡут), Ҡарасәй-Черкес, Ҡабарҙы-Балҡар, Алтай, Хакасия, Дағстан, Татарстан, Башҡортостан, Төмән, Силәбе, Ҡурған өлкәләре, Ставрополь крайы, Ханты-Манси һәм Ямал-ненец автономиялы округтарынан 50-нән ашыу башҡарыусы һәм ижади коллектив киләсәк. Бөтә конкурста ҡатнашыусыларҙың йәше 18 йәштәп алып 35-кә тиклем – был конкурстың төп критерийы.

Республика халыҡ ижады үҙәгенең матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, фестиваль 28 майҙа Башҡорт дәүләт филармонияһында асыласаҡ, гала-концерт 30 майҙа Салауат Юлаев майҙанында үтәсәк. Фестивалде тантаналы япҡандан һуң концерт программаһы менән «Арғымаҡ» этно-рок төркөмө сығыш яһаясаҡ. Был сығыш күсмә этно-фольклор шоу проектының презентацияһына әйләнәсәк, ул 2013 йылда Башҡортостан Республикаһы Президенты гранты конкурсында еңде.

Конкурс жюриһы составына Башҡортостан, Рәсәй Федерацияһы, шулай уҡ төрки телле илдәр йырсылары, композиторҙары, сәнғәт оҫталары: Урал Иҙелбаев һәм Светлана Слягузова (Башҡортостан), Нәзилә Аббаслы (Төркиә), Азамат Мукатов (Ҡаҙағстан), Музафар Этчеев (Ҡабарҙы-Балҡар), Русланбек Шагаев (Алтай Республикаһы), Герман Танбаев (Хакасия Республикаһы), Аржаана Суктер (Тыва Республикаһы), Айчурек Иманалиева (Ҡырғыҙстан) инә.

Конкурсты ойоштороусылар – РФ Мәҙәниәт министрлығы булышлығында һәм «Рәсәй мәҙәниәте (2012-2018 йылдар)» федераль маҡсатлы программаны тормошҡа ашырыу сиктәрендә БР Мәҙәниәт министрлығы, «Башҡортостан» телерадиокомпанияһы дәүләт унитар предприятиеһы, Республика халыҡ ижады үҙәге.

темалар: урал моңо