Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.54 ↑

EUR 67.68 ↓

29 июнь, Кесе йома

Уфа   °

Илеш районында яңы фельдшер-акушерлыҡ пункттары асылды

Йәмғиәт

Илеш районы территорияһында урынлашҡан, Аҡкүҙ һәм Иҫке Күктау ауылдарында йәшәгәндәр сифатлыраҡ һәм уңайлыраҡ медицина ярҙамы алыу мөмкинлегенә эйә булды, был ауылдарҙа яңы фельдшер-акушерлыҡ пункттары сафҡа индерелде.

БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Аҡкүҙ фельдшер-акушерлыҡ пунктында 482 кешегә, шул иҫәптән 116 балаға медицина ярҙамы күрһәтеләсәк. Иҫке Күктау фельдшер-акушерлыҡ пункты был ауыл биләмәһендә йәшәгән 643 кешене, шул иҫәптән 175 баланы хеҙмәтләндерәсәк.

Билдәләп үтергә кәрәк, был медицина учреждениелары «2013 йылға тиклем ауылдың социаль үҫеше» тигән маҡсатлы федераль программаны тормошҡа ашырыу сиктәрендә төҙөлгән. Социаль объекттарҙың смета буйынса хаҡы дүрт миллион һумдан ашыу тәшкил итте. Республика бюджетынан 300 мең һум медицина йыһаздары һәм ҡорамалдары алыуға бүленгән.

Үҙәк район дауаханаһы мебель алыу өсөн бюджеттан тыш аҡсаларҙан 45 мең һум биргән.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть