7 декабрь, Шаршамбы

21 май 2014 йыл, 10:49

Ҡытайҙың «Ляонин Нефтемаш» компанияһы Башҡортостанда нефть быраулау өсөн ауыр ҡорамалдар етештереү заводы төҙөйәсәк

автор: "Башинформ"

19 майҙа Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Ҡытайҙың Ляонин провинцияһында «Хайчен Нефтемаш» корпорацияһына ингән «Ляонин Нефтемаш» предприятиеһында булды, тип хәбәр иттеләр республика башлығының матбуғат хеҙмәтенән.

Сәфәр барышында Башҡортостан Хөкүмәте менән Ҡытайҙың «Ляонин Нефтемаш» компанияһы араһында ниәттәр тураһында протоколға ҡул ҡуйылды. Протоколды Рөстәм Хәмитов менән «Хайчен Нефтемаш» корпорацияһының Директорҙар советы рәйесе Ван Чжэнжуандың ҡултамғалары нығытты.

Протокол уртаҡ инвестиция проекттарын бойомға ашырыу өлкәһендә хеҙмәттәшлекте киңәйтеү буйынса артабан эш итеүҙе ҡарай. Атап әйткәндә, һүҙ Башҡортостан территорияһында нефть быраулау өсөн ауыр ҡорамалдар етештереү буйынса Рәсәй-Ҡытай машиналар эшләү предприятиеһын төҙөү тураһында бара.

Ҡул ҡуйыу алдынан Рөстәм Хәмитов республиканың сәнәғәт үҫеше, иҡтисади потенциалы, рекреацион мөмкинлектәре, Башҡортостандың йолалары, спорт ҡаҙаныштары һәм тәбиғи байлыҡтары тураһында һөйләне.

— Бөгөн яңы предприятиелар төҙөйбөҙ һәм нанотехнологиялар, машина эшләү, фармакология, радиоэлектроника, инновацион нефть-газ һәм химия продукцияларын сығарыуҙы үҫтереүгә иҫәп тотабыҙ. Һәм хәҙер үҙебеҙҙә Рәсәй Федерацияһының газ химияһы үҙәге булдырабыҙ, — тине Рөстәм Хәмитов.

Башҡортостан Президенты, республика донъяның йөҙҙән ашыу илдәре менән иҡтисади бәшләнештәр тота, тип һөйләне. 2013 йылда сит ил уҙаҡташтары менән республиканың тауар әйләнеше 15 миллиард доллар (92 проценты – экспорт) тәшкил итте. Бынан тыш, төбәк сит илдәрҙән инвестицияларҙы әүҙем йәлеп итә. Башҡортостан-Ҡытай бәйләнештәре һуңғы йылдарҙа ныҡ үҫешә. Ҡытай предприятиелары менән республика предприятиелары араһында тауар әйләнеше йылына 600 миллион долларҙан (80 проценты – экспорт) артҡан.

— «Хайчен Нефтемаш» компанияһы менән хеҙмәттәшлек беҙҙең өсөн бик мөһим. Корпорация етәксеһенең энергияһына һәм хәрәкәтсәнлегенә күрә хәҙер беҙҙең сәнәғәтселәр менән яңы үҙ-ара мөнәсәбәттәр урынлаштырыла. Һәм «Хайчен Нефтемаш» компанияһының республикала быраулау ҡорамалдары етештереү буйынса завод төҙөү теләген хуплайбыҙ. Башҡортостанға инвестициялар менән килгәндәргә иң яҡшы шарттар булдырылған. Һалымға ташламалар бирәбеҙ, административ процедураларҙы үткән саҡта ярҙам итәбеҙ, ташламалы шарттарҙа ер участкалары бирәбеҙ. Республикала Европа, Азияның күп кенә компаниялары эшләй. Башҡортостанда «Хайчен Нефтемаш» компанияһы ла эшләү өсөн иң яҡшы шарттарға эйә булыуына шикләнмәйем. Рәсәй Федерацияһында нефть сәнәғәте бик ҡеүәтле. Шуға күрә нефть сығарыу өсөн бик күп ҡорамалдар кәрәк. Себерҙә, Көнбайыш Себерҙә, яңы ятҡылыҡтар үҙләштерелә. Европа өлөшөндә һәм Рәсәйҙең Төньяғында ер аҫтын файҙаланыу дауам ителә. Республикабыҙҙа эшләүсе «Башнефть» компанияһы әүҙем үҫешә. Шуға күрә «Хайчен Нефтемаш» етештерәсәк продукция республикала ла, илдә лә ихтыяж менән файҙаланасаҡ, — тине Рөстәм Хәмитов.

— Башҡортостан Республикаһы менән хеҙмәттәшлек практик әһәмиәткә эйә. Ул иҡтисади һәм социаль файҙа килтерәсәк, Башҡортостан Республикаһы территорияһында иҡтисади үҫешкә тәьҫир итәсәк. Яңы производство яңы эш урындары булдырыуҙы күҙ уңында тота. Шуға күрә беҙҙең хеҙмәттәшлекте ике яҡ өсөн дә отошло тип атарға мөмкин, — тине Ван Чжэнжуань.

Белешмә. «Хайчен Нефтемаш» (Haicheng Petroleum Machinery Manufacture) компанияһы 1956 йылда төҙөлгән. Предприятие нефть быраулау өсөн ҡорамалдар һәм ҡушылған тауарҙар етештерә.