6 декабрь, Шишәмбе

21 май 2014 йыл, 9:08

Төбәктең дини лидерҙары хеҙмәттәшлек тураһында Килешеүгә ҡул ҡуйҙы

автор: Арина Рәхимҡолова

Башҡортостанда республиканың традицион дини берләшмәләре араһында хеҙмәттәшлек тураһында Килешеүгә ҡул ҡуйылды. Документты төбәктең йәһүд, православие һәм мосолман үҙәктәре етәкселәренең ҡултамғалары нығытты. Килешеү «Диндәрҙең аралашыуы — милли берҙәмлек нигеҙе» Республика йәштәр слеты сиктәрендә өлгәшелде.

Тантаналы сарала Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитовтың мөрәжәғәте уҡып ишеттерелде.

«Рәсәй йәмғиәтендә традицион диндәр халыҡтар араһында берҙәмлекте нығытыуға, кешеләрҙең рухи камиллашыуына тәьҫир итә. Ижтимағи мөһим мәсьәләләрҙе хәл иткәндә конфессия-ара донъя өсөн дәүләт менән бер рәттән яуаплылыҡ алған, кешеләрҙең рухи деформацияһына ҡаршы торорға тырышҡан абруйлы дини эшмәкәрҙәрҙең әүҙем ҡатнашыуы мөһим. Һуңғы йылдарҙа, ксенофобия һәм милләтселек нигеҙендә берләшкән, киҫкен экстремистик йәштәр ойошмаларының йәнләнеүе айырыуса борсой.

Башҡортостанда милләт-ара һәм конфессия-ара хеҙмәттәшлек йәшәү нормаһына әйләнде. Был юҫыҡта дини йәштәр ойошмалары ҙур эш башҡара, улар мәҙәни һәм спорт саралары уҙғара, мәғрифәтселек һәм хәйри акцияларында әүҙем ҡатнаша. Уларҙың бөтәһе лә күп быуаттар буйына нығынған дини йолаларҙы, төрлө милләт һәм дин вәкилдәре араһында асыҡ мөнәсәбәттәрҙе нығытыуға йүнәлтелгән», — тиелә республика башлығы мөрәжәғәтендә.

темалар: дин