5 декабрь, Дүшәмбе

20 май 2014 йыл, 17:25

Башҡортостан журналистикаһының бер юлы өс вәкиле тармаҡтың атҡаҙанған хеҙмәткәрҙәре булды

автор: Сергей Захаров

«Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре» тигән почетлы исемде республика киң мәғлүмәт сараларының бер юлы өс вәкиле алды. Юғары профессионал һәләте һәм күп йылдар намыҫлы хеҙмәте өсөн төбәк башлығы указы менән «Башҡортостан» телерадиокомпанияһы дәүләт унитар предприятиеһы телеоператоры Урал Ғатауллин, «Звезда» редакция-нәшер итеү комплексы директоры Федор Кулагин һәм «Кызыл таң» гәзитенең бүлек мөдире Рәзилә Низамова бүләкләнде.

Ошо уҡ указ менән почетлы исемдәр мәҙәниәт, фән, юриспруденция, мәғариф, һаулыҡ һаҡлау, агросәнәғәт, урман хужалығы, сәнәғәт өлкәһе вәкилдәренә бирелде.