9 декабрь, Йома

20 май 2014 йыл, 16:47

Италияның баш ҡалаһында Заһир Исмәғилев менән Рөстәм Яхиндың музыкаһы яңғыраны

автор: Ләйлә Аралбаева

Римдә күренекле рус пианисы Антон Рубинштейнға арналған музыкант-башҡарыусыларҙың Халыҡ-ара конкурс-фестивале тамамланды.

Форум программаһында конкурс тыңлауҙар, концерттар, сәнғәт оҫталарының оҫталыҡ кластары булды.

«Профессор» номинацияһында З.Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһы уҡытыусылары ҙур уңыштарға өлгәште. Профессор Элеонора Симонова Хроматик фантазияны һәм И.С. Бахтың фугаһын, И.Брамстың ике интермеццоһын башҡарғаны өсөн беренсе премияға лайыҡ булды.

Беренсе премияға камерный ансамбль составында йырсы Вера Ромашова менән доцент Наталия Кочурова ла лайыҡ. Уларҙың дуэтына Рубинштейн романсын башҡарғандары өсөн махсус диплом бирелде.

Фестиваль сиктәрендә Римдә конкурс жюриһы рәйесе, Өфө дәүләт сәнғәт академияһының махсус фортепиано кафедраһы мөдире, профессор Рөстәм Шәйхетдиновтың концерты ҙур уңыш менән үтте. Концертта рус композиторҙары Сергей Рахманинов, Николай Метнерҙың, шулай уҡ Заһир Исмәғилев менән Рөстәм Яхиндың әҫәрҙәре яңғыраны.

— Концертыма Римдә рус сәнғәтен хөрмәт итеүсе итальяндар һәм фестивалдә ҡатнашыусылар ғына түгел, Италияла йәшәгән башҡорт һәм татар диаспораһы вәкилдәре лә килгәйне. Улар Башҡортостан композиторҙарының әҫәрҙәрен тыңлап иланы, — тип тәьҫораттары менән уртаҡлашты Рөстәм Шәйхетдинов.

Форумдың төп ойоштороусылары – ART-Duo (Прага, Чехия) концерттар агентлығы һәм Римдә Рәсәй фәндәр һәм мәҙәниәт үҙәге.