10 декабрь, Шәмбе

20 май 2014 йыл, 15:45

Өфөлә Рәсәйҙең 24 ҡалаһынан наркотикка ҡаршы хәрәкәт активистары йыйыласаҡ

автор: Гөлфиә Акулова

27 майҙан алып 30-на тиклем Өфөлә беренсе «Йәштәрҙең наркотикка ҡаршы волонтерҙар форумы» үтәсәк. Унда Рәсәйҙең 24 ҡала вәкилдәренең ҡатнашыуы көтөлә.

Мәскәү, Түбәнге Новгород, Һамар, Ырымбур, Белогорск, Воронеж – былар һәм РФ башҡа миллионлы ҡалаларынан 70-тән ашыу кеше йәштәр сәйәсәте өлкәһендә иң көнүҙәк мәсьәләләрҙе тикшерәсәк.

Дүрт көн дауамында йәштәр сәйәсәте, наркотикты контролдә тотоу учреждениелары белгестәре һәм активистары һүҙ көрәштереү майҙансыҡтарында наркоманияны иҫкәртеү һәм волонтерҙар хәрәкәтен үҫтереү темаларын күтәрәсәк.

Форум сиктәрендә төп ваҡиға ғилми-ғәмәли конференция буласаҡ, унда халыҡ-ара телекүпер һәм «Стопнаркотик» Бөтә Рәсәй ижтимағи хәрәкәттең төбәк бүлексәһен асыу ойоштороласаҡ. Шулай уҡ форумда ҡатнашыусыларҙы күңел асыу программаһы, флешмоб һәм Өфөнөң иҫтәлекле урындары менән танышыу көтә.

«Йәштәрҙең наркотикка ҡаршы волонтерҙар форумы» тантаналы рәүештә 28 майҙа 11 сәғәттә асыласаҡ.

Сараны РФ Йәштәр эштәре буйынса федераль агентлығы һәм «Стопнаркотик» Бөтә Рәсәй ижтимағи хәрәкәт булышлығында Өфө хакимиәтенең Йәштәр сәйәсәте буйынса комитеты ойоштора.