7 декабрь, Шаршамбы

20 май 2014 йыл, 15:05

Стәрлетамаҡ районында татар мәҙәниәте байрамын ойошторҙолар

автор: Әлим Фәйезов

Стәрлетамаҡ районының Бүреҡаҙған ауылы Мәҙәниәт йортонда «Ата-бабалар ерендә йәшәйем, әсәм телендә һөйләшәм» татар мәҙәниәте байрамы уҙҙы.

Байрам ҡунаҡтарын – район хакимиәте вәкилдәрен, Бүреҡаҙған, күрше ауыл халҡын ауыл мәҙәниәт йорто майҙанында татар бейеүе һәм һый-хөрмәт – милли ашамлыҡтар сәк-сәк һәм бауырһаҡ менән ҡаршы алдылар. Һуңынан ҡунаҡтарҙы мәсеткә саҡырҙылар, улар исем ҡушыу йолаһында ҡатнаша алды.

Ауыл мәҙәниәт йорто фойеһында бөтәһен дә татарҙарҙың көнкүреше һәм милли кухняһы менән танышыу көттө. Артабан сараны район художество үҙешмәкәрлегенең байрам концерты биҙәне, унда «Йәш йөрәктәр», «Гүзәл», «Әхирәттәр», «Дуҫтар», «Миләш», «Йәйғор» һәм башҡа ансамблдәр ҡатнашты, тип хәбәр иттеләр муниципаль йәштәр эштәре буйынса комитеттан.