4 декабрь, Йәкшәмбе

20 май 2014 йыл, 12:48

Республиканың ете ҡалаһында коммуналь хеҙмәттәргә түләүҙәр 2014 йылда 12 процентҡа артыуы мөмкин

автор: Розалия Вәлиева

Өфөлә, Ағиҙелдә, Благовещенда, Нефтекамала, Салауатта, Сибайҙа, Стәрлетамаҡта, шулай уҡ Башҡортостандың Балтас һәм Ҡалтасы райондарында граждандарҙың коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләүҙәре үҫешенең иң сикке индексы 2014 йылдың 1 июленән алып 112 процент кимәлендә билдәләнгән, ҡалған райондарҙа – 106 процент. Тейешле бойороҡ рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт порталында баҫылған.

Рәсәй Федерацияһының айырым субъекттары буйынса торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәттәре өсөн түләүҙәр индексының үҙгәреше РФ Хөкүмәтенең 30 апрелендәге Бойороғо менән раҫланған. Документтарға ярашлы, Башҡортостан буйынса коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләүҙәрҙең дөйөм үҫеше 2014 йылда алты проценттан артмаҫҡа тейеш.

— Йылылыҡ һәм һыу менән тәьмин итеү буйынса хеҙмәттәр күрһәткән ойошмаларҙың сығымдарын күҙ уңында тотоп, иҡтисади яҡтан нигеҙле тарифтар раҫларға тейешбеҙ. Шуларҙы иҫәпкә алыу менән ауыл биләмәләрендә тарифтарҙың артыуы күҙаллана, — тип аңлатты БР Тарифтар буйынса дәүләт комитеты рәйесе Фәдис Сәлимгәрәев. — Миҫалға, Ҡалтасы районында яңы предприятие төҙөлдө, яңы селтәрҙәр барлыҡҡа килде, һыу алыу ҡоролмаһы ремонтланды – сығымдарҙың артыуы законлы рәүештә. Унан да бигерәк, тарифтың артыуы граждандар йыйылышында бергәләп һөйләшелде.