7 декабрь, Шаршамбы

20 май 2014 йыл, 14:27

Башҡортостан менән Ҡытайҙың Цзянси провинцияһы араһында хеҙмәттәшлек тураһында хөкүмәт-ара Килешеүгә ҡул ҡуйылды

автор: Сергей Захаров

20 майҙа Шанхайҙа (Ҡытай Халыҡ Республикаһы) Рәсәй Президенты Владимир Путиндың Ҡытайға дәүләт сәфәре сиктәрендә Башҡортостан Хөкүмәте һәм Цзянси провинцияһының Халыҡ Хөкүмәте араһында сауҙа-иҡтисад, ғилми-техник һәм гуманитар өлкәлә хеҙмәттәшлек тураһында Килешеүгә ҡул ҡуйылды. Документты Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов һәм Цзянси провинцияһы Губернаторы Лу Синьшеның ҡултамғалары нығытты, тип хәбәр иттеләр республика башлығының матбуғат хеҙмәтенән.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Владимир Путин етәкселегендә Рәсәй делегацияһының Ҡытай Халыҡ Республикаһына рәсми сәфәре Ҡытай Халыҡ Республикаһы Рәйесе Си Цзиньпин саҡырыуы буйынса ойошторолған.

Сәфәр сиктәрендә ике лидерҙың һөйләшеүҙәре уҙҙы, мөһим хөкүмәт-ара, ведомство-ара һәм коммерция документтарына ҡул ҡуйылды.

21 майҙа Рәсәй Президенты Азияла үҙ-ара эш итеү һәм ышаныс саралары буйынса кәңәшмәнең дүртенсе саммитында ҡатнашасаҡ, ул яңы, тыныс һәм тотороҡло Азия өсөн аралашыуҙы һәм килешеүҙе нығытыуға арналасаҡ. Ултырыштар барышында Азияла үҙ-ара эш итеү һәм ышаныс саралары буйынса кәңәшмәнең артабан да үҫеш перпективаларын тикшереү планлаштырылған, тип хәбәр итә kremlin.ru сайты.