4 декабрь, Йәкшәмбе

20 май 2014 йыл, 11:52

Фирҙәүес Хисаметдинова Халыҡтар дуҫлығы ордены кавалеры булды

автор: Сергей Захаров

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов үҙенең указы менән Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты директоры Фирҙәүес Хисаметдинованы фән үҫешендә уңышлы эшмәкәрлеге һәм күп йылдар намыҫлы хеҙмәте өсөн Халыҡтар дуҫлығы ордены менән наградланы.

Фирҙәүес Ғилметдин ҡыҙы Хисаметдинова – филология фәндәре докторы, профессор. Рәсәйҙә генә түгел, ә донъяның күп кенә илдәрендә баҫылған ике йөҙләгән ғилми һәм ғилми-методик хеҙмәт авторы. 2005 йылдан алып институт директоры.