3 декабрь, Шәмбе

20 май 2014 йыл, 11:16

Ужым культураларын өҫтәмә туҡландырыу республикала 88 процентҡа үтәлгән

автор: Илья Спиридонов

Ужым культураларын өҫтәмә туҡландырыу буйынса эштәр Башҡортостанда 292,2 мең гектар майҙанда башҡарылған, ул пландан 88 процент тәшкил итә, тип хәбәр иттеләр республика Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтенән. 27 район был эштәрҙе тулыһынса башҡарған, уларҙың 10-һы планды арттырып үтәгән.

Күп йыллыҡ үләндәрҙе өҫтәмә туҡландырыу бара. Бөгөнгә көнгә был эштәр 114,8 мең гектар майҙанда (пландан 68 проценты) үтәлгән. 19 район был эште тамамлаған, шул иҫәптән һигеҙе байтаҡҡа арттырып башҡарған. Ике-өс тапҡырға күберәк майҙанды Тәтешле (район планынан 310 процент), Балтас (238) һәм Стәрлетамаҡ (215) райондары эшкәрткән.