Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.66 ↑

EUR 63.72 ↓

21 ғинуар, Шәмбе

Уфа   °

«Башҡортостандың мәҙәни баш ҡалаһы» эстафетаһын бөрйәндәр ҡабул итәсәк

Мәҙәниәт

Мәҙәниәт йылына арналған «Башҡортостандың мәҙәни баш ҡалаһы» республика марафоны бөгөн, 20 майҙа, Бөрйән районына барып етәсәк. «Беҙ боронғо Бөрйәндәр» театрлаштырылған тамашаға эстафетаны әбйәлилдәр килтерәсәк. Бының тураһында БР Республика халыҡ ижады үҙәгенең матбуғат хеҙмәтендә хәбәр иттеләр.

«Башҡортостандың мәҙәни баш ҡалаһы» марафоны сиктәрендә Бөрйән районында күп кенә саралар уҙасаҡ. Балалар сәнғәт мәктәбендә һынлы сәнғәт класы уҡыусылары эштәренең күргәҙмәһе асыласаҡ.

Мәҙәниәт йылы символын артабан Иҫке Собхағол ауыл советы мәҙәниәт учреждениеларының саралары көтә. «Ағиҙель» сәләмәтләндереү лагеры марафонды уҡыусыларҙың уҡытыу-ялан лагерын асыуға арналған концерт менән ҡаршы аласаҡ.

21 майҙа штандарты Мәһәҙей ауыл мәҙәниәт йортонда «Кәкүк сәйе» байрамында көтәләр. Марафон Байназар ауылы моделле китапханаһында ла буласаҡ. Унда йәш шағир Айгиз Баймөхәмәтовтың «Ҡалдырма мине, әсәй» китабы буйынса китап уҡыусылар конференцияһын үткәреү планлаштырылған.

23 майҙа Мәҙәниәт йылы символын Баймаҡ ҡалаһына тапшырасаҡтар.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть