6 декабрь, Шишәмбе

20 май 2014 йыл, 9:46

Башҡортостан Президенты рәсми сәфәр менән Ҡытайҙа

автор: "Башинформ"

18 майҙа Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитовтың Ҡытайға рәсми сәфәре башланды. Сәфәр барышында республика башлығы Ҡытай Халыҡ Республикаһы бизнесы һәм бер төркөм Ҡытай территорияһы етәкселәре менән рәсми бәйләнештәр булдыра, хеҙмәттәшлек перспективалары, инвестиция проекттарын тормошҡа ашырыу буйынса уртаҡ эшмәкәрлек механизмдары буйынса фекер алыша. Шулай хөкүмәт-ара килешеүгә ҡул ҡуйыу планлаштырылған, тип хәбәр иттеләр төбәк башлығының матбуғат хеҙмәтенән.

Ляонин провинцияһында Рөстәм Хәмитов «Ляонин Нефтемаш» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең бүлендек предприятиеһы территорияһындағы «Хайчен Нефтемаш» (HPMM) корпорацияһы бүлексәһенең етәксеһе менән осрашты. Башҡортостанда нефть быраулау өсөн ауыр ҡорамалдар заводын төҙөү буйынса инвестиция проекты – фекер алышыу темаһы булды.

HPMM корпорацияһы президенты Ван Чжэнждуань (Wang Zhengquan), «Хайчен Нефтемаш» эре нефть ҡорамалдары етештереүҙә махсуслаша һәм нефть машиналары эшләүҙең бөтә продукцияларын сығара, тип һөйләне. Бынан тыш, корпорацияның структура бүләксәләре бураулау инжинирингында махсуслаша, шулай уҡ энергетиканы үҙләштереү менән шөғөлләнә.

— Һеҙҙең килеүегеҙ беҙҙең ике яҡлы хеҙмәттәшлек үҫешенә ҙур стимул булыуына ышанам, — тине Ван Чжэнждуань, Башҡортостан Президентын сәләмләп.

— Компанияғыҙ менән бына инде бер нисә ай тығыҙ бәйләнештәбеҙ, – тине Рөстәм Хәмитов. — Һәм, һис шикһеҙ, Ҡытай уҙаҡташтары тәҡдим иткән уртаҡ проекттар беҙгә бик ҡыҙыҡлы. Башҡортостан Республикаһы нефть төбәге, нефть ятҡылыҡтарын эшкәртә башлағандан алып 80 йыл эсендә беҙҙә дөйөм алғанда 1,2 миллиард тонна нефть сығарылған. Хәҙер Башҡортостан нефтселәре республикала ғына түгел, ә Себерҙә лә, Алыҫ Көнсығышта ла нефть ятҡылыҡтарын үҙләштерә.

Башҡортостан Президенты корпорация етәкселегенә республика территорияһында йыл һайын 30 миллион тонналап нефть эшкәртелеүен һөйләне, был күрһәткес буйынса төбәк Рәсәй Федерацияһында беренсе урынды биләй. Башҡортостандың яҡындағы пландарында – нефть эшкәртеү күләмдәрен арттырыу, нефть-химияһын һәм газ химияһын үҫтереү. Был юҫыҡта Рөстәм Хәмитов Башҡортостанда эшләгән эре компанияларҙа – «Башнефть», «Газпромдың» бүлендек бүлексәләрендә һәм башҡаларҙа – уртаҡ Рәсәй-Ҡытай проекттарына ҡыҙыҡһыныу уянасағына ышана.

— Компанияғыҙ хәрәкәтсән үҫешә һәм иҡтисади күрһәткестәрегеҙ бик тәьҫирле. Әгәр бергәләп эшләһәк, был һандар тағы ла ҙурайыр тип уйлайым. Яңы заманса быраулау ҡорамалдары производствоһы Башҡортостан Республикаһында барлыҡҡа килһен өсөн барыһын да эшләйәсәкбеҙ, — тип йомғаҡланы Рөстәм Хәмитов.

Бынан тыш, Башҡортостан башлығы бураулау өлкәһендә компанияның мөмкинлектәре менән ҡыҙыҡһынды. Ван Чжэнждуандың әйтеүе буйынса, компания нефть һәм газ сығарыу өсөн скважиналар бураулау күләме буйынса Ҡытайҙа алтынсы.