Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.88 ↓

EUR 65.95 ↑

28 июнь, Шаршамбы

Уфа   °

Рөстәм Хәмитов Телин (Ҡытай Халыҡ Республикаһы) ҡалаһы мэры менән осрашты

Сәйәсәт

18 майҙа Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Ляонин провинцияһында (Ҡытай Халыҡ Республикаһы) Телин ҡала округы мэры Лин Кванг менән осрашты, тип хәбәр иттеләр республика башлығының матбуғат хеҙмәтенән.

Осрашыу барышында уртаҡ хеҙмәттәшлек перспективалары тураһында фекер алыштылар, атап әйткәндә, Башҡортостанда нефть быраулау өсөн ауыр ҡорамалдар етештереү буйынса Рәсәй-Ҡытай заводының төҙөлөш проекты, уны Телинда урынлашҡан «Хайчен Нефтемаш» компанияһы сығара.

— Беҙ уртаҡ проекттарҙы ғәмәлгә ашырғанда компанияларыбыҙҙың хеҙмәттәшлеген хуплаясаҡбыҙ, — тине Лин Кванг. — Был проект – ул Башҡортостан Республикаһы менән хеҙмәттәшлек итеү өсөн башланғыс нөктә, иҡтисади яҡтан үҙ-ара килешеп эш итеүҙе киңәйтеү өсөн артабан делегациялар менән алмашыуға ышанабыҙ.

— Ҡытай уҙаҡташтары менән хеҙмәттәшлекте үҫтереү беҙҙең өсөн мөһим. Тәүге аҙым яһалған һәм беҙгә артабан да барырға кәрәк, — тине Рөстәм Хәмитов.

Телин – Ҡытайҙың Ляонин провинцияһындағы ҡала, Ҡытайҙа нефть машиналары эшләү һәм металлургия буйынса иң эре үҙәк. Телин шулай уҡ үҫешкән ауыл хужалығы һәм экологик туризм менән билдәле.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть