9 декабрь, Йома

19 май 2014 йыл, 16:44

Өс йыл эсендә Башҡортостанда hi-tech медицина ярҙамы алған ауырыуҙарҙың иҫәбе ике тапҡырға артҡан

автор: Эльмира Сабирова

2011 йылдан алып юғары технологиялы медицина төрҙәрен ҡулланыу менән дауаланған Башҡортостандың дауалау-профилактика учреждениелары пациенттарының иҫәбе ике тапҡырға, 10 мең кешегә, тиклем артҡан.

Был йылдарҙа, ауыл халҡына элек алырға ҡыйын булған сифатлы һәм заманса медицина ярҙамы алыу мөмкинлеге биргән, муниципаль-ара медицина үҙәктәре әүҙем булдырылды. Туғыҙ муниципаль-ара округтарҙа күп профилле ҡала һәм район дауаханаларында 60 махсуслаштырылған медицина үҙәктәре ойошторолдо, уларҙың һәр ҡайһыһы яҡында урынлашҡан бер нисә ҡала һәм районды хеҙмәтләндерә.

Был үҙәктәр биш мең берәмек махсуслаштырылған техника менән тәьмин ителде. Заманса күсмә медицина модуле ҡорамалдары алыу һәм күсмә бригадаларҙың эшен ойоштороу ҡала һәм ауыл диагностикаһы мөмкинлектәрен тиңләштерергә бирҙе.

Һаулыҡ һаҡлауҙың финанс тәьминәте һуңғы өс йылда 1,6 тапҡырға артҡан. Ғ.Ғ.Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһының акушер-гинекология корпусы, Республика балалар клиник дауаханаһының диагностика корпусы һәм неонаталь блогы, Белорет һәм Яңауыл ҡалаларында балалар поликлиникалары төҙөлөп сафҡа индерелде. 2014 йылда Мәсәғүт ауылында дауалау корпусы, Октябрьскийҙа акушер-гинекология корпусы, Мишкә районында хирургия корпусы асыласаҡ.

Матди-техник базаны нығытыуға күрә һаулыҡ һаҡлау учреждениеларының йыһазландырылыу кимәле 2011 йылдан алып өстән бер өлөшкә күберәккә артҡан.

2011-14 йылдарҙа Башҡортостанда һаулыҡ һаҡлау тармағының әүҙем үҫешеүенә демографик, статистик күрһәткестәрҙең үҫеше лә тәьҫир итте: Башҡортостанда һуңғы өс йылда тыуым 1000 кешегә 13,8-ҙән алып 14,6-ға тиклем үҫкән, үлем осрағы 1000 кешегә 13,4-тән алып 13,1-гә тиклем кәмегән, тәбиғи үҫеш 3,8 тапҡырға, 0,4 промилленән 1,5-кә тиклем, артҡан.

«Ауыл табибы» программаһы сиктәрендә белгестәр дефициты 2013 йыл йомғаҡтары буйынса 15 процентҡа аҙайған. Дөйөм алғанда медицина кадрҙары менән тәьмин ителгәнлек республикала 10 000 кешегә 40,6-нан алып 40,9-ға тиклем күбәйгән.

Өс йыл эсендә һаулыҡ һаҡлауҙы модернизациялау төбәк программаһын тормошҡа ашырыуға бөтә сығанаҡтарҙан (федераль һәм республика бюджеты, мотлаҡ медицина страховкалау фонды аҡсалары) 16,6 миллиард һум кергән.

Был ҡаҙаныштар федераль ведомство наградаһы менән баһаланған – Башҡортостан Республикаһының һаулыҡ һаҡлау министры Георгий Шебаев республикала тармаҡты модернизациялауҙы тәьмин иткәне өсөн 2013 йылда Рәсәй Федерацияһы Һаулыҡ һаҡлау министрлығының «Һаулыҡ һаҡлау отличнигы» билдәһе менән наградланды.

темалар: һаулыҡ һаҡлау