3 декабрь, Шәмбе

19 май 2014 йыл, 17:58

Благовещен районы финансисы Ҡырым хеҙмәттәштәрен Рәсәҙең бюджет процесына өйрәтә

автор: Эльвира Латипова

Башҡортостан финансистары Ҡырымдың Белогорск районы хеҙмәттәштәренә бюджет процесын Рәсәй ҡануниәте талаптарына ярашлы килтерергә ярҙам итә. Һүҙ урындағы кимәл бюджеты тураһында барғас, БР Финанс министрлығы ҡарары буйынса шефлыҡҡа алынған районға БР Благовещен районы хакимиәтенең финанс идаралығы начальнигы Гүзәл Николаева делегат итеп ебәрелде, тип хәбәр итә БР Финанс министрлығының матбуғат хеҙмәте.

Ҡырымдан йөрөп ҡайтҡас Гүзәл Николаеваның һөйләүе буйынса, сәфәрҙең төп маҡсаты Белогорск районында эшләп килгән бюджет процесын өйрәнеү һәм уны Рәсәй ҡануниәтенә ярашлы итеү өсөн методологик ярҙам программаһын әҙерләү булып торҙо. Уның әйтеүенсә, Ҡырымда бюджет процесы Рәсәйҙекенән байтаҡҡа айырыла. Шуның менән бәйле Белогорск районының финанс идаралығы хеҙмәткәрҙәре, ауыл биләмәләре баш бухгалтерҙары һәм бюджет аҡсаларын төп бүлеүҙең финанс-иҡтисад хеҙмәттәре өсөн уҡытыу курстары ойошторорға ҡарар ителде.