6 декабрь, Шишәмбе

19 май 2014 йыл, 17:26

Башҡортостанда һаулыҡ һаҡлау министры вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы тәғәйенләнде

автор: Эльмира Сабирова

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Георгий Шебаевты үҙ теләге буйынса һаулыҡ һаҡлау министры вазифаһынан бушатты. Министр вазифаһын башҡарыу бурысы республика һаулыҡ һаҡлау министрының беренсе урынбаҫары Александр Афанасьевҡа йөкмәтелде, тип хәбәр итә Башҡортостан Хөкүмәте сайты.

Ҡыҫҡаса биографик белешмә:

Александр Александрович Афанасьев 1954 йылда Калининградта тыуған. Башҡорт дәүләт медицина институтын тамамлаған. Медицина фәндәре кандидаты.

1977-1983 йылдарҙа – Ғ.Ғ.Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһы акушер-гинеколог табибы.

1983-1985 йылдарҙа – Өфө ҡалаһының 4-се клиник балалар табыу йорто акушер-гинеколог табибы.

1985-2000 йылдарҙа – Башҡорт Дәүләт медицина институтының акушерлыҡ һәм гинекология кафедраһы ассистенты, доценты (һуңынан – университетта).

2000-2012 йылдарҙа – Башҡортостан Республикаһы Һаулыҡ һаҡлау министрлығының баш акушер-гинекологы.

2012 йылдан әлегә тиклем – Башҡортостан Республикаһы Һаулыҡ һаҡлау министрының беренсе урынбаҫары.