10 декабрь, Шәмбе

19 май 2014 йыл, 15:38

БР Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы почет грамоталары тапшырҙы

автор: Розалия Вәлиева | фото: Андрей Старостин

БР Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығының почет грамоталарын ошо көндәрҙә уҙған ведомство коллегияһының киңәйтелгән ултырышында тапшырҙылар.

Намыҫлы хеҙмәте һәм өлгәшкән ҡаҙаныштары өсөн почет грамоталарын «Башҡортостан» телерадиокомпанияһының мәғлүмәти программалар редакцияһы баш белгесе Алексей Агров,  «Спутник ФМ» мәғлүмәт-музыкаль каналының баш музыкаль мөхәррире Дмитрий Брыжак, «Юлдаш» мәғлүмәт һәм йыр-моң каналының бүлек хәбәрсеһе Әғзәм Яруллин алды.

Бынан тыш, почет грамотаһына «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының баш мөхәррире Шамил Вәлиев, «Район тормошо» (Ҡыйғы районы) редакция-нәшриәт комплексының баш мөхәррире Гөлназ Ғәлиуллина һәм «Надежда» (Асҡын районы) редакция-нәшриәт комплексының баш мөхәррире Фәйрүзә Йоносова лайыҡ булды. Шулай уҡ наградалар менән БР Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы хеҙмәткәрҙәре: финанс-иҡтисад бүлеге баш иҡтисадсыһы Әлиә Ғибәҙуллина, матбуғат киң мәғлүмәт саралары бүлеге начальнигы Фирҙәүес Әхмәтйәнова һәм финанс-иҡтисад бүлеге начальнигы урынбаҫары Эльза Ғәлләмова билдәләнде.