9 декабрь, Йома

19 май 2014 йыл, 14:59

Башҡортостанда журналистар өсөн торлаҡ программаһы әҙерләнәсәк

автор: Розалия Вәлиева | фото: Андрей Старостин

Журналистар өсөн торлаҡ программаһын Башҡортостанда көҙ башына әҙерләйәсәктәр. Бының тураһында Өфөлә 16 майҙа уҙған БР Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы коллегияһының киңәйтелгән ултырышында ведомство башлығы Борис Мелкоедов хәбәр итте.

— Тармаҡ хеҙмәткәрҙәрен торлаҡ менән тәьмин итеү мәсьәләһе элеккесә көнүҙәк, — тип билдәләне Борис Мелкоедов. — Полиграфия өлкәһе хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡы – 21 мең һум самаһы, редакция хеҙмәткәрҙәренең – 19 мең һумлап. Бөтәһе лә баҙар хаҡы буйынса торлаҡ һатып ала алмай. Әлеге ваҡытта Матбуғат агентлығы республиканың Журналистар союзы менән берлектә журналистарҙы торлаҡ менән тәьмин итеү йәки шәхси йорт төҙөү өсөн ер участкаһы бүлеү менән бәйле мәсьәләләрҙе хәл итеү буйынса пландар билдәләнде. Торлаҡ программаһын йәй дауамында әҙерләргә планлаштырабыҙ.

Ултырышта бөтә республиканан баш мөхәррирҙәр һәм редакция вәкилдәре ҡатнашты, улар баҫмаларға заманса ысынбарлыҡта кисерергә кәрәк буласаҡ үҫеш тендецияларын, перспективаларҙы һәм кәрәкле үҙгәрештәрҙе тикшерҙе.

— Киң мәғлүмәт сараларынан әүҙем гражданлыҡ позицияларын, йәмғиәттә ыңғай ярҙам һәм кире күренеш менән көрәштә булышлыҡ итеүҙе көтәләр, — тип билдәләне Башҡортостан Президенты Хакимите Етәксеһенең эске сәйәсәт буйынса урынбаҫары Альберт Мифтахов. — Бындай ысул, минең ҡарашҡа, матбуғат баҫмаларына иҫән ҡалырға ярҙам итәсәк – сөнки күберәк мәғлүмәттәрҙе кешеләр электрон киң мәғлүмәт сараларынан, телевидениенан, радионан ала, бындай шарттарҙа материалдарҙы биреү форматын үҙгәртергә, яңы ысулдар эҙләргә кәрәк, бөтә гәзиттәргә лә электрон порталдар булдырыу шарт.

— Редакциялар селтәргә сығырға һәм унда аҡса эшләй башларға тейеш, — тине Борис Мелкоедов. — Беҙ төбәк һәм урындағы көн тәртибен формалаштырырға, бөтә республика халҡына ҡыҙыҡлы булған Башҡортостанда төп темалар булдырырға тейеш. Бының өсөн ентекле медиаплан төҙөү, темалар эҙләү мөһим.

Коллегия ултырышында Рәсәй Почтаһы көсө менән баҫманы таратыуға субсидияларҙы бөтөрөүҙе лә тикшерҙеләр, шул сәбәпле яҙылыуға хаҡтар артты, ә эксперттар тираждарҙың кәмеүен көтә.

Борис Мелкоедов ҡарарҙың яңынан ҡараласағына ышаныс белдерҙе, сөнки милли баҫмалар, күп кенә район гәзиттәре тейешле ярҙамһыҙ юҡҡа сығасаҡ.

— Яҙылыуҙы һаҡлау варианттарының береһе – уны мөмкин тиклем интернет, кәрәҙле телефондар аша ябайлаштырыу, — тип билдәләне агентлыҡ етәксеһе.