3 декабрь, Шәмбе

19 май 2014 йыл, 14:24

Район гәзиттәрендә «Президент ауылдарҙа йәшәүселәрҙең һорауҙарына яуап бирә» рубрикаһы барлыҡҡа киләсәк

автор: Розалия Вәлиева

Башҡортостандың район гәзиттәрендә «Президент ауылдарҙа йәшәүселәрҙең һорауҙарына яуап бирә» рубрикаһы барлыҡҡа киләсәк. Был хаҡта ошо көндәрҙә үткән БР Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы коллегияһының киңәйтелгән ултырышында мәғлүм булды.

Проект әлегә әҙерләнә. Һорауҙар республика Президенты адресына почта аша йәки рәсми сайтҡа электрон форма ярҙамында килгән хаттарҙың ижтимағи мөһимдәре иҫәбенән һайланып алынасағы билдәле. Рубрика айына бер-ике тапҡыр сығасаҡ. Проектҡа бөтә район гәзиттәре йәлеп ителәсәк.