11 декабрь, Йәкшәмбе

19 май 2014 йыл, 12:45

Республика вәкилдәре Халыҡ-ара милли китап фестивалендә ҡатнашты

автор: Ләйлә Аралбаева

Һуҡырҙар өсөн республика махсус китапханаһы ТӨРКСОЙ халыҡтарының «Дуҫлыҡ телендә» махсус форматтағы Халыҡ-ара милли китап фестивален асыу тантанаһында ҡатнашты.

Сара Ҡазанда Татарстан Респуликаһының Һуҡырҙар өсөн республика махсус китапханаһында «Ҡазан – 2014 йылда төрки донъяның мәҙәни баш ҡалаһы» программаһы сиктәрендә уҙҙы.

Милли китап фестивалендә Рәсәйҙең 10 төрки телле республикаһының һәм БДБ илдәренең һуҡырҙар өсөн махсус китапханалары ҡатнашты. Башҡортостандан БР Һуҡырҙар өсөн республика махсус китапханаһы директоры Айгөл Әминева һәм уның урынбаҫары Олег Кушнерук барҙы. Skype программаһы ярҙамында Сыуашстан, Саха (Яҡут), Тыва китапханалары менән тура бәйләнеш ойошторолдо.

Фестиваль күргәҙмәһендә Ҡаҙағстан, Башҡортостан, Дағстан, Саха (Яҡут) Тыва, Сыуашстан, Хакасия, Ҡарасәй-Черкес, Алтай республикаларынан һуҡырҙар һәм насар күреүселәр өсөн махсус форматта милли китаптар күрһәтелгәйне.

Татарстан Республикаһының Һуҡырҙар өсөн республика махсус китапханаһы директоры Наил Сәфәрғәлиев, мәғлүмәтте тапшырыу алымдарын камиллаштырыу һәм уны бөтә категория граждандар ҙа ҡуллана алһын өсөн аралашырға һәм көстәрҙе берләштерергә кәрәк, тип билдәләне.

Сара ҡунаҡтары Брайль рельеф-нөктә шрифты менән татар телендә китап нәшер итеү процесы менән танышты.

Фестивалдең маҡсаты – китап аша йолаларҙың сағыу этнографик палитраһын, төрки халыҡтарҙың тарихи-мәҙәни мираҫын, халыҡтарҙың берләшеүен һәм дуҫлашыуын күрһәтеү. Һуҡырҙар һәм насар күреүселәр өсөн махсус форматта милли төрки телле әҙәбиәттең иң яҡшы өлгөләрен алға этәреү, милләт-ара аралашыу мәҙәниәтен һәм Рәсәй территорияһында йәшәгән халыҡтарҙың толерантлы аңын булдырыу фестивалдең төп бурыстары булып тора.