10 декабрь, Шәмбе

19 май 2014 йыл, 11:56

Башҡортостан Президенты республиканың велосипед хәрәкәте лидерҙары менән велоинфраструктура мәсьәләләрен тикшерҙе

автор: Дмитрий Слезин | фото: Андрей Старостин

Шәмбе, 17 майҙа, Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Республика Йортонда велосипед хәрәкәте лидерҙары менән осрашты. Осрашыуҙа баш ҡала мэры Ирек Ялалов та ҡатнашты. Велосипед инфраструктураһына ҡағылған көнүҙәк мәсьәләләр тикшерелде.

Әңгәмә башында республика башлығы үкенес менән, Ҡытайға эш сәфәре менән барыу сәбәпле, йәкшәмбе «1000 велосипедсы көнө» байрамында ҡатнаша алмағанлығын хәбәр итте:

— Иртәгә була алмайым, бөгөн кис Ҡытайға осам. Иртәгә республикабыҙҙа ҙур предприятие төҙөү буйынса компания менән һөйләшеүҙәр башлана. Шуға күрә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, мин була алмайым, — тине Рөстәм Хәмитов.

Инфраструктура проблемаһын тикшереп, Рөстәм Хәмитов шуны билдәләне:

— Велосипед юлдары, парк хужалығы, ял итеү мөхите менән шөғөлләнерлек структуралар кәрәк, — тип иҫәпләй Рәстәм Хәмитов.

Төбәк башлығы ҡалала велосипед юлдары булдырыу мәсьәләһендә сит илдәрҙең ыңғай тәжрибәһен файҙаланырға кәңәш итте:

— Данияла булдым, унда автомобиль юлдарының участкалары велосипедсылар өсөн тәғәйенләнгән. Шундай уҡ хәлде Италияла күрҙем, — тип һөйләне Рәстәм Хәмитов. — Әммә махсуслаштырылған трассалар унда күп түгел. Унда тротуарҙар буйлап та, юлдан да йөрөйҙәр. Шуға ҡарамаҫтан беҙҙең өсөн, моғайын, был ысул бик үк бармайҙыр. Беҙҙә автомобиль юлдарында тәртип мәҙәниәте хатта автомобилселәр араһында ла юҡ әле, ведосипедсылар тураһында һөйләһе лә түгел – уларҙы, һис шикһеҙ, ситләтәсәктәр, юл ситенә ҡыҫырыҡлаясаҡтар. Күрәһең, беҙгә махсус велосипед трассалары кәрәк, уларҙы төҙөйәсәкбеҙ ҙә, — тине республика башлығы.

Рөстәм Хәмитов Өфөнөң урмансылар паркында биш километрға тиклем велотрасса төҙөргә тәҡдим итте, унда килеп ҡуртымға техника алып тороу мөмкинлеге буласаҡ.

Тағы ла бер фекер – төрлө ҡаршылыҡтар, трамплиндар, кейенеп-сисенеү, душ бүлмәләре, төрлө (балаларҙыҡынан башлап) зоналар менән махсус велосипед паркын («Байк-парк») төҙөү.

Әлегә ҡоролма өсөн Өфөнөң Мәжит Ғафури исемендәге парк территорияһы һайланған. Саранск яҡшы миҫал булып тора, уның тәжрибәһе менән файҙаланырға Рөстәм Хәмитов тәҡдим итте.

— Беҙ хәҙер юлдың иң башында торабыҙ, әлегә беҙҙең теләктәр мөмкинлектәрҙән артығыраҡ. Шуға ҡарамаҫтан, тәүге аҙым яһалған һәм беҙгә туҡтарға ярамай. Быға професионал яҡтан килергә, был өлкәлә белгестәр табырға кәрәк, — тип иҫәпләй Башҡортостан Президенты.

Рөстәм Хәмитов үҙе лә велосипедта йөрөргә ярата: көн һайын эштән һуң биш-ете километр, ә ял көндәре 25 километрға тиклем йөрөргә тырышам, тип һөйләне ул.

Билдәләп үтергә кәрәк, әлеге ваҡытта «2013-2017 йылдарға БР Өфө ҡалаһы ҡала округының велоинфраструктураһын үҫтереү» ҡала маҡсатлы программаһы әҙерләнгән, унда урман-парк зоналарын, тротуарҙарҙы һәм юлдарҙы иҫәпкә алыу менән 179,1 километр оҙонлоҡтағы велосипед инфраструктураһын төҙөкләндереү индерелгән.

Программа ҡала бюджеты аҡсаһына Коммуналь хужалыҡ һәм төҙөкләндереү, Төҙөлөш, юлдарҙы һәм яһалма ҡоролмаларҙы ремонтлау  идаралыҡтарының көсө менән ғәмәлгә ашырыласаҡ.

2013 йылда дөйөм 25,6 километр оҙонлоҡтағы велосипед юлын һалыу буйынса эштәр башҡарылған.

2014 йылда 20 километрҙан ашыу велосипед юлдары сафҡа индереү планлаштырыла.