10 декабрь, Шәмбе

19 май 2014 йыл, 10:53

Республика башлығы баш ҡаланың Урмансылар паркын таҙартыуҙа ҡатнашты

автор: Гөлфиә Акулова | фото: Андрей Старостин

Өс мең самаһы кеше, республиканың бөтә министрлыҡ һәм ведомство хеҙмәткәрҙәре 17 майҙа Өфөнөң Урмансылар паркын таҙартыу акцияһында ҡатнашырға йыйылды. Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов та киң масштаблы өмәгә һәм шыршы үҫентеләрен ултыртыуға ҡушылды.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, төбәк башлығы был паркты төҙөкләндереү мәсьәләһен контролгә үҙе алды. Уның фекеренсә, баш ҡаланың иң эре йәшел скверы катастрофик торошта, уны тәртипкә килтереү кәрәклеге тураһында алдан әйткәйне.

116 гектар майҙанлы парк территорияһында бюджет өлкә хеҙмәткәрҙәре сүп-сар йыйҙы, урманды ҡороған ағастарҙан таҙартты. Башҡортостандың урман хужалығы министры Рәжәп Нәбиуллин, ҡороған ағастар парктан сығарыласаҡ һәм утынға ебәреләсәк, тип билдәләне. Был маҡсаттарға 40 самаһы берәмек техника йәлеп ителде.

Шулай уҡ өмәлә ҡатнашыусылар урман массивының асыҡ участкаларында шыршылар ултыртты. Бында, Урман хужалығы министрлығы белгестәре әйтеүе буйынса, уйын комплекстары, ҡом менән тултырылған йәшниктәр, эскәмйәләр һәм беседка менән балалар майҙансығын төҙөү планлаштырылған.

— Ҡаланың ошо участкаһынан республика халҡына ял итеү өсөн Өфө хакимиәте менән берлектә парк эшләргә теләйбеҙ. Был зонала йылына 400 меңгә тиклем кеше ял итә аласаҡ, — тип аңлатты урман ведомствоһы башлығы. — Был үҙенсәлекле урман массивы булған Өфөнөң иң ҙур паркы. 12-ләгән төр ағас үҫә, имән, саған өҫтөнлөк итә, йүкәләр, ҡарағайҙар, тирәктәр, дардарҙар бар. Кәрәк булһа ағастарҙы санитар киҫеү ойошторасаҡбыҙ, ә асыҡ участкалар барлыҡҡа килгән урындарҙа ағастар ултыртасаҡбыҙ.

Тәү сиратта паркта бөтә юлдар төҙөкләндереләсәк, юлдарҙы һәм һуҡмаҡтарҙы яҡтыртыу буйынса ла эш планлаштырыла. Яҡтырҡыстарҙы һәр 20 метр һайын ҡуясаҡтар. Урман паркы бөтә территорияһы буйынса кәртәләнәсәк, ике-өс сығыу урыны ҡаралған. Аҡландарҙа спорт майҙансыҡтары – ҙур футбол, бәләкәй футбол, волейбол һәм баскетбол өсөн майҙандар урынлаштырыу планлаштырыла. Парк зонаһы территорияһын төҙөкләндереү буйынса яҡынса планға ярашлы эскәмйәләр, сүп-сар урналары һәм биобәҙрәфтәр ҡуйыу күҙаллана.

Рөстәм Хәмитов паркта йөрөүселәр менән әңгәмәлә, паркты төҙөкләндереү буйынса бөтә эштәр 2016 йылға тиклем тамамланырға тейеш, тип билдәләне.

— Быйыл башлаясаҡбыҙ, проект төҙөйәсәкбеҙ, киләһе йылда эшкә тотонорбоҙ тип ышанам. Паркты кәртәләргә, таҙартырға, тәртипкә килтерергә һәм, иң мөһиме, Өфөнөң бөтә мөйөштәренән кешеләр килһен өсөн саф тәбиғәтте һаҡларға кәрәк. Бындай ҙур территория ҡала үҙәгендә башҡа юҡ, — тип билдәләне республика Президенты.

Паркка даими йөрөүсе Фәрит Бикмәтов – бында пикник зонаһы йәки «барбекю» зонаһы ойоштороу идеяһына ҡаршы кеше.

— Паркка йәш әсәләр коляскалары менән килә, өфөлөләр йүгерә, ҡышын саңғы спорты менән шөғөлләнә. Ҡала халҡы был паркка тынлыҡҡа сумыу өсөн килә, был ҡала мәшәҡәтенән айырымлана алырлыҡ берҙән-бер утраусыҡ. Бында ниндәйҙер әүҙем ял итеү нөктәләре төҙөү паркты тик боҙасаҡ төҫлө тойола. Сөнки ундай ял спиртлы эсемләктәр эсеүгә һәм территорияны бысратыуға килтерә. Тәбиғәтте һаҡларға кәрәк тип иҫәпләйем, иң мөһиме, таҙа, тыныс, саңһыҙ, машиналарһыҙ һәм тауышһыҙ булһын, — тип өҫтәне өфөлө.

Парк территорияһында урынлашҡан хайуандар менән вольер ҡалаға ҡарай, уны шулай уҡ үҙгәрештәр көтә. План буйынса ул бәләкәй зоопаркка әйләнәсәк, унда ҡырағай йәнлектәрҙе ҡарау тейешенсә ойоштороласаҡ. Шулай уҡ мәктәп урмансылығы эше активлашасаҡ.