8 декабрь, Кесе йома

19 май 2014 йыл, 9:57

Рөстәм Хәмитов Сочи-2014 олимпия һәм паралимпия геройҙары менән осрашты

автор: Дмитрий Слезин | фото: Олег Яровиков

Йома, 16 майҙа, Өфө Ҡала мәҙәниәт һарайында «Олимпия парады» спорт байрамы уҙҙы.

Башҡортостан Республикаһы Президенты Рөстәм Хәмитов 2014 йылдың XXII ҡышҡы Олимпия уйындарында һәм XI Паралимпия уйындарында ҡатнашыусылар, республиканың физкультура-спорт активы менән осрашты.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостан спортсылары Олимпияла саңғыла трамплиндан һикереүҙә, шорт-тректа, саңғы икебәйгеһендә, сноуборд-кроста, бобслейҙа, ҡатын-ҡыҙҙар хоккейында ҡатнашты, ә Паралимпияла республика спортсылары саңғы ярыштарында һәм биатлонда сығыш яһаны.

Илебеҙҙә уҙған Олимпия һәм Паралимпия уйындарында Башҡортостан спортсылары төрлө дәрәжәлә бөтәһе туғыҙ миҙал яуланы.

Олимпия уйындары һөҙөмтәләре – ул шорт-трек вәкилдәре Семен Елистратов һәм Руслан Захаровтың ике «алтыны», ә Паралимпия йомғаҡтары буйынса Азат Ҡарасурин (биатлон, 12,5 км) менән Кирилл Михайловтың (саңғы, 1 км) берешәр «алтыны», Ирек Зариповта (саңғы, 15 км) «көмөш» һәм берешәр «бронза» Азат Ҡарасуринда (биатлон, 7,5 км), Кирилл Михайловта (биатлон, 15 км) һәм икәү Александр Давидовичта (биатлон, 15 км һәм саңғы, 15 км).

Медалистарҙан тыш, тантанала уларҙың тренерҙары, шулай уҡ Олимпия уйындары-2014-тең башҡа ҡатнашыусылары – бобслейсы Илвир Хузин, саңғыла трамплиндан һикереүселәр Дмитрий Васильев менән Илмир Хәзетдинов, икебәйгесе Эрнест Яхин, хоккейсылар Ангелина Гончаренко, Елена Дергачева, Алена Хомич һәм Инна Дюбанок, шулай уҡ паралимпияла ҡатнашыусы Надежда Андреева булды.

Сарала ҡатнашыусыларҙы республика башлығы Рөстәм Хәмитов сәләмләне:

— Бөтә республика Сочиҙа Олимпия һәм Паралимпияла Башҡортостан спортсылары еңеүҙәренә борсолдо һәм ҡыуанды, — тине ул. — Рәсәй йыйылмаһы составында бөтәһе 19 яҡташыбыҙ сығыш яһаны. Уларҙың активында шорт-тректа ике олимпия «алтыны», биатлонда һәм саңғы ярыштарында ете паралимпия миҙалы, уларҙың икәүһе «алтын», берәүһе «көмөш» һәм дүртәүһе «бронза». Һеҙ спорт һөйөүселәргә байрам кәйефе бүләк иттегеҙ, республика һәм бөтә ил өсөн ватансылыҡ һәм ғорурлыҡ тойғоларын күтәреүгә булышлыҡ иттегеҙ. Һәр еңеү – спортсының ғәйәт ҙур ҡаҙанышы, уның күп йыллыҡ хеҙмәте. Башҡортостан үҙенең спорт традициялары менән ғорурлана ала. Яҡын киләсәктә республикала Шорт-трек буйынса үҙәк төҙөргә теләйбеҙ, ул спортсыларҙы, чемпиондарҙы, был иҫ киткес спорт төрө менән шөғөлләнергә теләгән кешеләрҙе әҙерләйәсәк. Төҙөлөш башланған, «Газпром», федераль власть органдары менән бергә 2015 йылда был спорт ҡоролмаһын төҙөп бөтәргә килештек, барыһы ла теләгәнсә булыр тип ышанам.

Ҡәҙерле спортсылар – ҡатнашыусылар һәм еңеүселәр! Республиканың позицияһын Рәсәй Федерацияһында иң спортлы үҙәктәрҙең береһе итеп нығытырға теләйбеҙ. Бындай эште тик тупланған команда ғына башҡара ала. Алда беҙҙең эштәр күп, шул иҫәптән 2014 йылда эре халыҡ-ара спорт сараһын – XI Бөтә донъя уйындарын ойоштороу, уны үткәреүгә хәҙер заявка бирәбеҙ һәм еңеүгә иҫәп тотабыҙ, — тип йомғаҡланы Рөстәм Зәки улы.

Артабан Президент Башҡортостан Республикаһының дәүләт наградалары һәм Рәхмәт хаттары менән геройҙарыбыҙҙы һәм уларҙың тренерҙарын бүләкләне. Бынан тыш, өҫтәмә дәртләндереү – торлаҡ сертификаттарына – Сочиҙа Олимпия һәм Паралимпия чемпиондары лайыҡ булды.

Атап әйткәндә, Халыҡтар дуҫлығы ордены менән Кирилл Михайлов бүләкләнде, ә Руслан Захаров, Семен Елистратов һәм Ирек Зарипов Салауат Юлаев орденын алды.

Яуап телмәрендә олимпия чемпионы, Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры Семен Елистратов бөтә олимпсылар һәм паралимпсылар исеменән Рөстәм Хәмитовҡа һәм республикаға, шулай уҡ ата-әсәләргә, туғандарға, дуҫтарға һәм көйәрмәндәрге рәхмәт әйтте.

Башҡортостан Президенты ла бүләкһеҙ ҡалманы – бөтә Сочи геройҙары автографтары менән вымпелды, шулай уҡ, бөтә олимпия спорт төрҙәрен сағылдырған, значоктар йыйылмаһын уға Семен Елистратов тапшырҙы.