Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.98

EUR 62.04

1 май, Дүшәмбе

Уфа   °

Сәнәғәт производствоһы апрелдә 2013 йылдың апреленә ҡарата 2,5 процентҡа артҡан

Иҡтисад

Башҡортостанда сәнәғәт производствоһы апрелдә 2013 йылдың апреленә ҡарата 2,5 процентҡа артҡан. Был хаҡта Башҡортостанстат материалдарына таянып республика Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте хәбәр итә. Шул уҡ ваҡытта ғинуар-апрель йомғаҡтары буйынса түбәнәйеүе билдәләнә — 2013 йылдың апреленә 0,8 процентҡа.

Ағымдағы йылда сәнәғәт производствоһында иң ҙур үҫеш машиналар һәм ҡорамалдар (2013 йылдың ғинуар-апреленә 130,8 процент), электр ҡорамалдар, электрон һәм оптик ҡорамалдар етештереүҙә (117,4), химия производствоһында (110,3) билдәләнә. Металл булмаған минераль продукттар, транспорт саралары һәм ҡорамалдар производствоһы шулай артҡан. Ағасты эшкәртеү һәм ағастан изделиелар эшләү күләме күтәрелгән.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть