8 декабрь, Кесе йома

16 май 2014 йыл, 14:56

Ҡырымдың Белогорск районында һабантуй 12 июндә үтәсәк

автор: Ләйлә Аралбаева

БР мәҙәниәт министрының беренсе урынбаҫары Валентина Латипова етәкселегендәге Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт министрлығы делегацияһы Ҡырым Республикаһының Белогорск районында эш сәфәре менән булып ҡайтты. Бының тураһында министрлыҡтың рәсми сайты хәбәр итә.

Райондың матди-техник базаһы һәм учреждениеларҙың эше менән танышыу, мәҙәниәт һәм сәнғәт учреждениеларына практик һәм методик ярҙам күрһәтеү сәфәрҙең маҡсаты булып торҙо.

Эшсе төркөм составына Башҡортостан Республикаһы Милли музейы генераль директоры Ғәли Вәлиуллин, Республика уҡыу-методик үҙәге директоры Лариса Марешова, «Нефтсе» мәҙәниәт һарайы директоры Алмаз Сәйетов, Республика халыҡ ижады үҙәгенең бүлек начальнигы Эльмира Йәмлеханова, БР Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапхана директоры урынбаҫары Әлиә Фәтхетдинова инде.

Ҡырым Республикаһының Белогорск районында делегация Белогорск ҡалаһында мәҙәни-ял итеү тибындағы учреждениеларҙа, китапханаларҙа, музейҙар һәм балалар сәнғәт мәктәптәрендә, Зөйә ҡасабаһында, Бай, Васильевка, Сейәле, Ҡырым Розаһы ауылдарында булды, шулай уҡ «Карачоль» грек мәҙәни-этнография үҙәген ҡараны. Бөтә мәҙәниәт учреждениеларында ҡунаҡтарға район халҡының иң сағыу сығыштарын күрһәттеләр.

Делегация ағзалары мәҙәни-ял итеү учреждениелары, китапханалар, музейҙар, балалар сәнғәт мәктәптәре һәм музыка мәктәптәре эше буйынса семинарҙар үткәрҙе. Ҡырым коллегаларына федераль ҡануниәт шарттарында ведомство ҡарамағындағы учреждениеларҙың эшен ойоштороу тураһында һөйләнеләр, документтар менән эш итеүҙә төп алымдарҙы аңлаттылар, Башҡортостан Республикаһы мәҙәниәт һәм сәнғәт учреждениеларының эш тәжрибәһен күрһәттеләр. Башҡортостан делегацияһы вәкилдәре семинарҙа ҡатнашыусыларҙың күпләгән һорауҙарын яуап бирҙеләр, мәҙәниәт учреждениелары араһында профессиональ хеҙмәттәшлек пландарын билдәләнеләр.

Белогорск районы хакимиәте менән эш визиты барышында Белогорск районында 12 июндә һабантуй байрамын ойоштороу һәм үткәреү мәсьәләләре тикшерелде. Һабантуйҙы ойоштороуҙа шулай уҡ Ҡырымдың Республика татарҙар һәм башҡорттар федерацияһы ҡатнашасаҡ.

Белогорск районы халҡы хеҙмәттәшлекте киңәйтеүгә ҙур ҡыҙыҡһыныу менән ҡарай.

темалар: ҡырым