3 декабрь, Шәмбе

16 май 2014 йыл, 11:26

Башҡортостан Президенты Павел Астаховҡа «Башҡортостан Республикаһы алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» Орденын тапшырҙы

автор: Эльмира Сабирова | фото: Олег Яровиков

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Павел Астаховҡа «Башҡортостан Республикаһы алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» Орденын тапшырҙы. Был Рәсәй Федерацияһы Президенты ҡарамағындағы Бала хоҡуҡтары буйынса вәкиленең Башҡортостанға бишенсе сәфәре.

Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил етем балаларҙы торлаҡ менән тәьмин итеүгә ыңғай баһа бирҙе.

— Әгәр элек иң яҡшы осраҡта 20-30 фатир бирелһә, 2010 йылдан алып был һан йылына 230-ға тиклем артты, уҙған йыл балалар йорттары тәрбиәләнеүселәренә 700-ҙән ашыу фатир тапшырылды, — тип һандар килтерҙе Павел Астахов. — Айырма ҙур. Республикала өс социаль торлаҡ бар. Рәсәй Федерацияһының 40-лаған төбәгендә балалар йортонан сыҡҡан егет-ҡыҙҙарҙың барыр урындары юҡ. Уларҙың торлағы ла, һөнәре лә юҡ. Башҡортостанда был мәсьәлә күбеһенсә хәл ителә.

Ил масштабтарында был проблема тураһында һөйләгәндә хоҡуҡ һаҡлаусы, «фатир» мәсьәләһе бөтә Рәсәй Федерацияһы өсөн көнүҙәк, тип билдәләне.

Павел Астаховтың әйтеүе буйынса, дәүләт фатир бирмәй башлағас, интернат учрежденияларынан сығыусы күп кенә йәштәр хатта сиратҡа баҫманы – оноттолар йәки был хәлдән сығыу өсөн башҡа юлдар тапты.

— Йыл һайын балалар йорттары 30 мең самаһы егет һәм ҡыҙҙы сығара, ә сиратҡа һәр йыл 50 мең тирәһе кеше баҫа. Сөнки уға алдан баҫмаған, әммә быға бөтә хоҡуҡтары булғандарҙы индерәләр. Рәсәйҙә торлаҡ алыуға сиратта 105 мең балалар йорттарының элекке тәрбиәләнеүселәре тора, 2013 йылда улар 96 мең ине, 2012-лә – 80 меңдән ашыу. Башҡортостанда был һан дүрт меңләп тәшкил итә, — тип аңлатты балалар омбудсмены.

Павел Астахов иғтибар иткән темаларҙың береһе – тәрбиәгә алған ата-әсәләргә ярҙам итеү.

— 2010 йылда Рөстәм Хәмитов менән бындай ғаиләләрҙе дәртләндереү саралары тураһында мәсьәләне тикшерҙек. Һәм шул уҡ йылдың яҙында Башҡортостан был мәсьәләне хәл итеүгә йүнәлтелгән эштәр башҡарҙы. Уллыҡҡа алған ғаиләләр әсәлек капиталы күләмендә аҡсалата бүләк ала башланы. Ул ваҡытта бындай норма Рәсәйҙең бер төбәгендә лә юҡ ине. Унан да бигерәк, республика етәкселеге зәғиф баланы уллыҡҡа алғанда аҡсалата премия күләмен тағы ла 100 мең һумға арттырыу тураһында ҡарар ҡабул итте, — тип билдәләне РФ Президенты ҡарамағындағы Бала хоҡуҡтары буйынса вәкиле.

Павел Астахов ғаилә именлеген иҫкәртеү буйынса йүнәлештең дөрөҫ үҙгәреүен республиканың ыңғай тәжрибәһе итеп баһаланы. Бында беренсе талап буйынса ата-әсә хоҡуғынан вайымһыҙ мәхрүм итеүҙе туҡтаттылар.

— Ата-әсә хоҡуғынан мәхрүм ителгән ата-әсәләрҙең иҫәбе ҡырҡа кәмене. Был күрһәткес һәр ғаилә өсөн көрәшеүҙәре тураһында һөйләй, — тип иҫәпләй бала хоҡуҡтарын яҡлаусы.

Шулай уҡ Павел Астахов, «республикала балалар хоҡуҡтарын яҡлау өлкәһендә эшләүсе белгестәрҙең иҫәбе был йылдарҙа кәмемәне, ә киреһенсә ике тапҡырға тиерлек артты», тип билдәләне.

— Был бик мөһим. Балалыҡты яҡлау системаһында һәр белгес, һәр профессионал алтынға тиң. Һәм ул бөгөн кәрәк, сөнки ваҡытында ярҙам итерлек, өйрәтерлек профессионалдарҙың булыуы шарт, — тип билдәләне омбудсмен.

Шулай уҡ Рөстәм Хәмитов менән осрашыуҙа Ҡырымдың Белогорск районында аҡылы буйынса зәғиф балалар өсөн балалар йорт-интернатын шефлыҡҡа алыу мәсьәләһе тикшерелде.

Павел Астаховтың әйтеүе буйынса, был айырыуса учреждение. Унда йәшәгән 135 баланың яртыһы – тыуғандан алып түшәктә ятҡан балалар.

— Был балалар йортонда булдым. Территория емерек, ҡоймаһы ауған. Ҡыйыҡтың бер нисә урынында ремонт эшләргә кәрәк, юғиһә ямғыр яуғанда һыу тама. Мебель бик аҙ. Канализация ла, газ да юҡ. Хәл ителмәгән көнкүреш мәсьәләләре байтаҡ. Балаларҙың кейемдәре иҫке, уйынсыҡтары юҡ. Көнөнә берешәр генә памперс бирелә. Башҡортостандың был эшкә тотоноуына биш шатмын. Республиканың учреждениеға памперстар менән фура ебәреүен беләм.

— Балалар йортон тәртипкә килтерәсәкбеҙ, —тип билдәләне Рөстәм Хәмитов.