10 декабрь, Шәмбе

16 май 2014 йыл, 9:53

Рөстәм Хәмитов менән «РОСНАНО» башлығы Анатолий Чубайс Өфөлә ПЭТ-үҙәк астылар

автор: Гөлфиә Акулова | фото: Андрей Старостин

Өфөлә яңы позитрон-эмиссион томография үҙәге эшләй башланы. Кесе йома, 15 майҙа, ПЭТ-үҙәкте асыу тантанаһында Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов менән «РОСНАНО» башлығы Анатолий Чубайс ҡатнашты.

«РОСНАНО» корпорацияһы, «Росмедтехнолоджи» ябыҡ акционерҙар йәмғиәте һәм «Медилюкс» Венгрия компанияһының Рәсәйҙә беренсе ПЭТ-үҙәктәр диагностика селтәре төҙөү буйынса уртаҡ проекты Башҡортостанда старт алды. Илдә ауырыу сығанаҡтырын алдан диагностикалауҙы булдырыу идеяһы халыҡтың яман шеш ауырыуынан үлем осраҡтарын кәметеүгә йүнәлтелгән.

Рөстәм Хәмитовтың әйтеүе буйынса, яңы дауалау үҙәге асыу Башҡортостандың бөтә һаулыҡ һаҡлау системаһы өсөн ғәйәт ҙур табыш булып тора. Төбәк башлығы Рәсәй уҙаҡташтарына республикаға радиомедицина өлкәһендә лидер булып тороу мөмкинлеге биргәндәре өсөн рәхмәт әйтте.

— Былар барыһы ла Башҡортостан халҡына юғары сифатлы квалификациялы һәм өр-яңы заманса ярҙам алыуға йүнәлтелгән. Был уникаль ҡорамал һәм бында иң яҡшы белгестәр эшләй, — тине Президент.

— Яман шеш сирен башланғыс стадияла асыҡлау мөмкинлеге биргән заманса технологиялар булғанда уларҙы ҡулланмау мөмкин түгел, — тип билдәләне Анатолий Чубайс. — Проектты башлағанда күп икеләнеүҙәр булды, Рәсәй шарттарында бындай технологияны ҡороп булмай тинеләр, медицина һәм бизнесты берләштереүгә ҡағылған мәсьәләләр тыуҙы. Беҙ тармаҡталған диагностикалау үҙәктәре селтәрен төҙөүҙе Башҡортостандан башларға булдыҡ һәм дөрөҫ эшләнек тә. Ике йылдан кәмерәк ваҡыт эсендә Рәсәйҙә иң алдынғы заманса ядро медицина үҙәге бында барлыҡҡа килде. Оҙаҡламай ошондай үҙәктәрҙе Липецкта, Орелда, Тамбовта, Брянскта, Екатеринбургта, Һамарҙа, Новосибирскта һәм Калугала асырға планлаштырабыҙ.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Өфөлә ПЭТ-үҙәкте 2012 йылдың октябрендә төҙөй башлағайнылар. Тәүге пациенттарҙы ул яңыраҡ ҡабул итә башланы. Башҡортостан халҡы өсөн бында күрһәтелгән бөтә хеҙмәттәр ҙә бушлай.

Тәү сиратта томография үҙәгендә ҡыҫҡа ваҡыт йәшәүсе изотоптар һәм радиофармпрепараттар етештереү буйынса эш яйға һалынған. «ПЭТ-технолоджи» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең медицина мәсьәләләре буйынса генераль директоры урынбаҫары Павел Головиндың әйтеүе буйынса, препараттар етештереү менән диагностикалау һәм радиохирургия бүлектәрен берләштереү диагностикалау менән дауалау араһын ярайһы уҡ кәметә.

ПЭТ-үҙәктең уникаль циклотронында радиофармпрепараттар етештерелә. Автоматлаштырылған система фармпрепаратты – фтордезоктоглюкозаны (ФДГ) эшләй. Уны пациентҡа ҡуялар һәм ул яман шеш сығанағының урынлашыуын билдәләргә ярҙам итә.

ПЭТ КТ урындағы сканерҙың үҙенсәлеге – шеш туҡымаларында функциональ үҙгәрештәрҙе күрергә һәм ябый томогрофтарға ҡарағанда уларҙың торошон дөрөҫөрәк билдәләргә мөмкинлек бирә. Бындай диагностиканың хаҡы 44 мең һум тәшкил итә, үҙәк пациенттары өсөн процедура бушлай.

Тиҙҙән Өфө ПЭТ-үҙәгендә тағы ла бер комплекс – «Кибернож» тигән роботлаштырылған радиохирургик ҡоролма эшләй башлаясаҡ. Ул ағзаларға яҡын урынлашҡан яман шеште нур ярҙамында дауаларға булышлыҡ итәсәк.

— Яман шеште дауалау өсөн бындай бер-биш сеанс етерлек. Иң тәүҙә баш һөйәге эсендәге операцияларҙы башҡарасаҡбыҙ. Башҡа ағзаларға һуңыраҡ эшләй башлаясаҡбыҙ, — тип аңлатты Павел Головин.

Сағыштырыу өсөн: бындай нурланыштың бер сеансы Мәскәү клиникаларында 200 мең һум тирәһе тора. Йәшәү өсөн ысынлап та кәрәк булған пациенттарға ғына медицина хеҙмәттәре бушлай күрһәтеләсәк.

Өфө ПЭТ-үҙәгендә әлегә 170 кеше диагностика үтеп өлгөргән, 2015 йыл аҙағына тиклем бөтә тикшереүҙәрҙе үтеү мөмкинлеген биш мең кешегә тиклем еткерергә планлаштыралар. Шулай уҡ ПЭТ-үҙәк базаһында фармпрепараттарҙы авиация ярҙамында республика сигенә поставкалау ойоштороласаҡ.

Рәсәйҙә быға оҡшаш 10-лаған диагностикалау үҙәге эшләй.

Белгестәрҙең мәғлүмәттәренә ярашлы, әлеге ваҡытта Башҡортостан Республикаһында онкология ауырыуҙарынан яфаланыусы 77 мең самаһы кеше иҫәптә тора.