9 декабрь, Йома

15 май 2014 йыл, 15:54

Өфөлә Алмаштырыусы ғаиләләр фестивале үтә

автор: Ғәлиә Нәбиева

Бөгөн, 15 майҙа, Халыҡ-ара ғаилә көнөндә Башҡортостандың баш ҡалаһына Рәсәй Федерацияһы Президенты ҡарамағындағы Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил Павел Астахов килгән. Ул, ҡала хакимиәтенең Опека һәм попечителлек буйынса идаралығы һәм «Ғаилә» психологик-медик-социаль оҙатыу үҙәге» ойошторған, Өфөнөң алмаштырыусы ғаиләләр фестивалендә ҡатнашасаҡ.

Бөгөнгө көндә Өфөлә 2877 алмаштырыусы ғаилә иҫәпләнә, уларҙа 3247 етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған бала тәрбиәләнә. Фестиваль етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балаларҙың алмаштырыусы ғаиләләрҙә тормошҡа уңышлы социаль-психологик яраҡлашыу өсөн шарттар булдырыуға йүнәлтелгән «Йөрәккә асҡыстар» проекты сиктәрендә уҙғарыла.