10 декабрь, Шәмбе

15 май 2014 йыл, 16:54

Рөстәм Хәмитов: «Беҙ әле күп нәмәлә индустриаль үҙәктәр, ә донъя постиндустриаль йәмғиәттә йәшәй»

автор: Арина Рәхимҡолова | фото: Олег Яровиков

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов республика ҡалаларында йәшәү өсөн уңайлы мөхит булдырыу ысулдарына комментарий бирҙе. Был мәсьәлә кесе йома көнө Башҡортостандың баш ҡалаһында үткән «Өфө иртәгә: ыңғай үҙгәрештәр инструментарийы» урбанистик конференцияла тикшерелде.

— Ҡаларыбыҙҙы һәм ҡасабаларыбыҙҙы үҙгәртеп ҡороу яҡлымын. Сөнки беҙҙең ҡалалар, ауылдар, район үҙәктәре уңайлы, яҡшы, аҡыллы тормош өсөн тәғәйенләнмәгән. Республика етәксеһе булараҡ был хәлде үҙгәртеү өсөн ҙур көс һаласаҡмын, — тине Рөстәм Хәмитов, ултырыштан һуң журналистарҙың һорауҙарына яуап биреп. — Байтаҡ ҡына идеяларҙы, һис шикһеҙ, республика халҡынан алырға тейешбеҙ. Бындай тәжрибәм булды, «Тере Журнал»да блогта төрлө темалар: юлдар, торлаҡ, ҡалаларҙа уңайлыҡ буйынса меңләгән тәҡдимдәр алдым. Айырым биҫтәләр һәм ауыл биләмәләре кешеләре уларға тәү сиратта нимә төҙөргә, яңыртырға, үҙгәртергә кәрәк булғанын әйтһен өсөн бындай эште ентекле башҡарырға кәрәк.

Кешеләрҙең фекерҙәрен иҫәпкә алып республиканан кеүек, Мәскәүҙән дә һәм сит илдән дә профессоналдарҙы йәлеп итергә мөмкин, тип билдәләне Башҡортостан Президенты.

— Сит ил белгестәренең тәжрибәһе мөһим, сөнки улар беҙҙең стереотиптар менән сикләнмәгән, бынан тыш, бөгөнгө көнгә Европаның күп кенә ҡалалары үҙ үҫешенең икенсе фазаһына күскән. Беҙ әле күп нәмәлә индустриаль үҙәктәр, ә донъя постиндустриаль йәмғиәттә йәшәй – был бөтөнләй икенсе тема һәм ҡала йәмәғәт киңлектәрен формалаштырыуға икенсе ҡараш, — тип билдәләне республика башлығы.

Рөстәм Хәмитов кешеләрҙе әүҙемерәк булырға, үҙ фекерҙәренән, идеяларынан, тәҡдимдәренән оялмаҫҡа саҡырҙы. Уның әйтеүе буйынса, был тема бик ҡыҙыҡлы, глобаль һәм кәрәкле.