7 декабрь, Шаршамбы

15 май 2014 йыл, 17:24

16 майҙа Башҡортостан юлдаш телевидениеһында – Олимпия яҙы

автор: Эльмира Сабирова

16 майҙа БЮТ телеканалында «Олимпия хыялы» программалар циклы эфирға сығасаҡ. Телевизор ҡараусыларҙың Сочиҙа Олимпия уйындарының иң сағыу моменттарын иҫкә алырға тағы ла бер мөмкинселеге буласаҡ. Эфирға Башҡортостан олимпсылары һәм паралимпсыларының эксклюзив интервьюлары сығасаҡ, еңеүҙәренең уникаль кадрҙары күрһәтеләсәк.

Көн йомғаҡтары «Телеүҙәк» программаһының тура эфирында яһаласаҡ. Һәр кем телефон аша Сочи геройҙарына һорау бирә аласаҡ. 23 сәғәттә эфирҙа Олимпия уйындары-2014 еңеүселәрен, призерҙарын һәм ҡатнашыусыларын бүләкләү башланасаҡ, тип хәбәр иттеләр телеканалдың матбуғат хеҙмәтенән.