8 декабрь, Кесе йома

15 май 2014 йыл, 14:42

Төбәк ауыл хужалығы предприятиеларында йыл башынан алып 222 мең тонна һөт алынған

автор: Илья Спиридонов

Республика ауыл хужалығы предприятиеларында крәҫтиән (фермер) хужалыҡтарын иҫәпкә алыу менән тулайым һауым 222,3 мең тонна тәшкил итте, тип хәбәр иттеләр БР Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтенән. Башҡортостандың 35 районында һәр һыйырҙан былтырғыға ҡарағанда 22 килограмға күберәк һөт һауып алынған.

Хәҙер һәр һыйырға һауым көнөнә уртаса 12 килограмм тура килә. Мәләүез һәм Саҡмағош райондарында был күрһәткес 16 килограмдан күберәк, Стәрлетамаҡта – 18,3 кг.

Шулай уҡ йыл башынан алып халыҡтан 20,9 мең тонна һөт һатып алынған. Иң ҙур күләмдәр Баймаҡ (1394 тонна), Йәрмәкәй (1027) һәм Илеш (1534) райондары шәхси ярҙамсы хужалыҡтарынан алынған.