5 декабрь, Дүшәмбе

15 май 2014 йыл, 14:04

Ригала беренсе Европа һабантуйы үтәсәк

автор: Алик Шакиров

«Рига — Европаның мәҙәни баш ҡалаһы 2014» программаһы сиктәрендә 7 июндә Ригала беренсе Европа һабантуйы үтәсәк. Татар-башҡорт халыҡ байрамын үткәреү урыны – Риганың «Верман баҡсаһы» үҙәк паркы. Ул урындағы ваҡыт буйынса 12 сәғәттә башланасаҡ, тип хәбәр итте Ригала байрамды ойоштороусыларҙың береһе Рәмил Ҡәдиров.

Рига I Европа һабантуйын үткәреү урыны булараҡ тиккә генә һайланмаған. Латвияның баш ҡалаһы элек-электән бай мәҙәни тормошло ҡала була, шуға күрә 2014 йылда Европаның мәҙәни баш ҡалаһы булыу хөрмәтенә лайыҡ.

Татар-башҡорт халыҡ байрамының программаһы һәр кем өсөн көтөлмәгән бүләк буласаҡ: Рига халҡына күршеләрҙе яҡшыраҡ белеү мөмкинлеге биреләсәк, туристарға һәм ҡунаҡтарға – яңы тәьҫораттар алыу, ә татарҙар һәм башҡорттарға – тыуған мәҙәниәтенең матурлығын һәм ҡиммәтен күрһәтеү.

Һабантуйҙың маҡсаты – татар һәм башҡорттарҙың милли мәҙәни йолаларын һаҡлау, төрлө халыҡтарҙың йолаларына ихтирам тәрбиәләү, быуындарҙың күсәгилешлеген үҫтереү. Халыҡ байрамы – һабантуй мең йылдан ашыу билдәләнә. Латвияла татарҙар һәм башҡорттар һабантуйҙы 25 йылдан ашыу уҙғара.

Верман баҡсаһы – Риганың матур парктарының береһе, бында һәр кем ял итеү өсөн уңайлы урын таба ала. Верман баҡсаһының майҙаны 4,82 гектар тәшкил итә. Парктың эстрадаһында концерттар йыш уҙғарыла, ә балаларҙы уйын майҙансығы көтә.

Байрамдың төп ойоштороусылары (ҡабул итеүсе яҡ) – «Шишмә» Латвия татар-башҡорт мәҙәни йәмғиәте һәм Европаның татар йәштәре берләшмәһе, «Иҙел» Латвия татарҙары йәмғиәте, Латвия башҡорттары Ҡоролтайы. Һабантуйҙы әҙерләүҙә һәм үткәреүҙә шулай уҡ Латвия, Литва, Эстония, Польша, Германия, Чехия һәм Англияның татар һәм башҡорт ойошмалары ҡатнашасаҡ.

Латвия башҡорттары һәм татарҙары тормошо тураһында «Facebook»-тағы сәхифәлә уҡырға мөмкин.