10 декабрь, Шәмбе

15 май 2014 йыл, 12:28

Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил Павел Астахов эш сәфәре менән Башҡортостанға килде

автор: Эльмира Сабирова | фото: Олег Яровиков

Бөгөн Башҡортостанға эш сәфәре менән Рәсәй Федерацияһы Президенты ҡарамағындағы Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил Павел Астахов килде.

Сәфәр программаһында – төбәктең белем биреү учреждениеларын ҡарау. Балалар омбудсмены машрутында беренсе пункт – ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәев исемендәге Өфө башланғыс осоу әҙерлеге дөйөм белем биреү мәктәп-интернаты. Артабан Павел Астахов Башҡорт дәүләт университеты студенттары менән осрашырға планлаштыра. Башҡорт дәүләт медицина университетының волонтерҙар үҙәгендә омбудсмен Өфө ҡалаһының алмаштырыусы ғаиләләр фестивалендә буласаҡ.

Көндөң икенсе яртыһында республика етәкселеге менән осрашыу планлаштырылған.

Был Павел Астаховтың Башҡортостанға бишенсе сәфәре. 2013 йылда ул төбәктә ике тапҡыр була. Апрелдә бала хоҡуҡтары буйынса вәкилдәрҙең етенсе бөтә Рәсәй съезында ҡатнаша, ноябрҙә Өфөгә республиканың балалар йорттарын һәм социаль приюттарын тикшереү өсөн килә.