10 декабрь, Шәмбе

15 май 2014 йыл, 10:56

Башҡортостандың смарт-белем биреүе алға ҙур аҙым яһауҙы талап итә — Башҡортостан Президенты

автор: Гөлфиә Акулова

Төбәктә электрон белем биреүгә был йүнәлеш өҫтөндә әүҙем һәм һөҙөмтәле эш башҡарырлыҡ координациялау органы кәрәк. Бындай ҡарар шаршамбы көндө, 14 майҙа, уҙған БР Президенты ҡарамағындағы Электрон белем биреүҙе үҫтереү буйынса Совет ултырышы барышында ҡабул ителде. Рөстәм Хәмитовтың әйтеүе буйынса, Башҡортостанда смарт-белем биреү бик тарҡау һәм был хәрәкәтте әүҙемләштәреү буйынса эшмәкәрлек түбән кимәлдә тора.

— Республикала был эште көйләүгә һәм үҫтереүгә кемдең тотоноуын яҡын ваҡыт эсендә хәл итәсәкмен. Йә ул йәмәғәт ойошмаһы, йә бюджет учреждениеһы йәки акционерҙар йәмғиәте буласаҡ. Был йүнәлештә алға ҙур аҙым яһау һәм бөтә вуздарҙың, мәктәптәрҙең һәм хөкүмәттең әүҙем эшмәкәрлеге талап ителә, — тип белдерҙе Башҡортостан башлығы.

Былтыр декабрҙә уҙған советтың һуңғы ултырышынан алып БР Фәндәр академияһы базаһында Электрон белем биреү ассоциацияһы ойошторолдо. Уның составына Башҡортостандың билдәле 11 юғары уҡыу йорто инде. Президент билдәләүенсә, Ассоциацияның эшмәкәрлеге формаль берләшеү менән генә сикләнергә тейеш түгел.

— Ассоциацияның мәктәптәр, уҡытыусылар, һөнәри училищелар һәм колледждар менән тулы эш итеү системаһы юҡ, — тип өҫтәне төбәк башлығы.

Совет ултырышында республикала берҙәм электрон ресурс үҙәге булдырыу һәм шулай уҡ педагогтарҙы яңы белем биреү йүнәлешенә һәм заманса уҡытыу технологияларына өйрәтеү кәрәклеге билдәләнде.

Электрон белем биреү ассоциацияһы базаһында электрон китапхана булдырыла, шулай уҡ белем биреү учреждениелары хеҙмәткәрҙәренең квалификацияларын күтәреү буйынса модуль курсы ойошторолған, тип хәбәр итте БР Фәндәр академияһы президенты Рәмил Бәхтизин.

Төбәктең ҡайһы бер юғары уҡыу йорттарында – Өфө дәүләт авиация техник университетында, Башҡорт дәүләт педагогия университетында,  Өфө дәүләт нефть техник университетында, Көнсығыш иҡтисади-хоҡуҡи гуманитар академияһында – төрлө-төрлө белем биреүсе смарт-программалар тәҡдим иткән бөр төркөм программалар әҙерләнгән. Көнсығыш иҡтисади-хоҡуҡи гуманитар академияһында уникаль белем биреү йорто эшләй – Заманса белем биреү технологиялары институты.

Башҡорт педагогия университеты базаһында  шулай уҡ дүрт электрон проект эшләп килә, улар иҫәбендә «Һәләтле балалар» программаһы, «Асыҡ мәктәп» проекты, мәғлүмәти уҡытыу программаһы.

Башҡа вуздарҙа, мәктәптәрҙә, белем биреү йорттарында шулай уҡ электрон белем биреү өлкәһендә ниндәйҙер булһа программалар бар. Әммә, М.А.Шолохов исемендәге Мәскәү дәүләт гуманитар университетының ғилми-белем биреү үҙәге директоры Марина Вайндорф-Сысоева билдәләүенсә, былар барыһы ла шул тиклем тарҡау һәм берҙәмлектә эшләмәй, хатта белем биреү йорттары үҙҙәре бер-береһенең электрон процестары тураһында белмәй. Шулай уҡ, уның әйтеүенсә, уҡытыусыларҙың электрон белем биреү практикаһын ҡулланмау факттары бар.

— Электрон белем биреү – ул моданы хөрмәт итеү түгел, ә заман талабы, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Лилиә Ғүмәрова.

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов, республикала смарт-белем биреү инфраструктураһын үҫтереү өсөн аҡса бүленәсәк, әммә белем биреү процесының яңы йүнәлешен үҫтереү өлкәһендә әүҙем эшмәкәрлек кәрәк, тип билдәләне.

БР Президенты ҡарамағындағы Электрон белем биреүҙе үҫтереү буйынса Советтың киләһе ултырышы көҙөн Өфө мәктәптәренең береһендә үтәсәк.