5 декабрь, Дүшәмбе

15 май 2014 йыл, 9:47

Башҡорт дәүләт филармонияһы тамашасыларға яратҡан артистары менән осрашыу шатлығы бүләк итте

автор: Ләйлә Аралбаева | фото: Олег Яровиков

Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында юбилейлы 75-се концерт миҙгелен япҡанда аншлаг булды. «Юбилей экспресы» бай эстәлекле программа Ҙур зал сәхнәһендә бөтә коллективтарҙы һәм алдынғы солистарҙы, залда филармония ветерандарын, ижади йәмәғәтселекте һәм музыка һөйөүселәрҙе йыйҙы. Концерт ҡарарға Башҡортостан Республикаһы Президенты Рөстәм Хәмитов та тормош иптәше менән килде.

Байрам өйөрмәһе тамашасыларҙы фойела уҡ йәлеп итте, унда джаз ритмдары аҫтында уларҙы терелгән скульптуралар һәм шоколад фонтаны ҡаршы алды.

Концерттың тәүге минуттарынан алып бөтә тамашасылар ваҡытта сәйәхәт итеү атмосфераһына инеп китте. Хәҙерге артистар үҙҙәренән элек эшләгән коллегалары менән музыкаль диалог алып барҙы.

Виртуаль поездың беренсе туҡталышы «Башланғыс» станцияһы булды, ул 1939 йылда ойошторолған концерт ойошмаһы репертуарының нигеҙен төҙөгән халыҡ йырҙарын тәҡдим итте.

Хәҙер Фәйзи Ғәскәров исемен ғорур йөрөткән Башҡорт бейеү ансамбленең филармонияла барлыҡҡа килеүе һәм тәүге аҙымдары тураһында Бейеү станцияһы һөйләне.

Ретро станцияһы тыңлаусыларҙы ХХ быуат уртаһына алып китте – экранда тамашасылар Фәриҙә Ҡудашева, Сөләймән Абдуллин, Радик Гәрәев, Илфак Смаков һәм хәҙер инде яҡты донъянан киткән артистарҙың яҙыуҙары менән кадрҙар күрҙе.

Хор станцияһы хәтерҙә Хор капеллаһына нигеҙ һалыусы Таһир Сәйфуллинды, Джаз станцияһы легендар «Дуҫтар» ансамблен һәм Эстрада-джаз оркестрын иҫкә төшөрҙө. «Ҡарауанһарай» станцияһы тағы ла бер мөһим этапты – фольклор-эстрада төркөмөн ойоштороуҙы билдәләне.

Халыҡ станцияһы филармонияның тағы ла күренекле коллективы – Халыҡ музыка ҡоралдары милли оркестрына арналды.

Виртуаль сәйәхәт, уның исемен филармония йөрөткән, композитор һәм йәмәғәт эшмәкәре Хөсәйен Әхмәтовҡа арналған «Маэстро» станцияһы туҡталышы менән тамамланды. «Гүзәл Өфөм – баш ҡалам» йырына бөтә зал ҡушылды.

Үҙҙәренең тәьҫораттары менән филармония ветерандары уртаҡлашты.

— Филармонияның һәр юбилейы беҙҙең өсөн байрам, ваҡиға. Бейеү ансамбленды 1955 йылдан алып эшләнем, минең стаж 58 йыл, – тип һөйләне Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Мансур Тимерғәзиев. – Күп кенә йырсылар, композиторҙар, режиссерҙар менән бергә эшләнек, ансамбль менән бөтә донъяны урап сыҡтыҡ, беҙҙең халыҡ бейеүҙәрен төрлө илдәрҙә пропагандаланыҡ. Хәҙер артистар өсөн бөтә шарттар булдырылған, минең берҙән-бер теләк – фольклорыбыҙҙы һаҡлаһындар һәм ҡыҙыҡлы программалар, фестивалдәр ойошторһондар.

— Был йылдар эсендә филармония үҙгәрҙе, әммә ижади тонус шундай уҡ ҡалған, сөнки бында музыканы һөйгән кешеләр килә. Ваҡыт нисек кенә үҙгәрмәһен, сәнғәткә бирелгән кешеләр күп. Беҙ энтузиастар! – тип билдәләне республиканың атҡаҙанған артисы, пианист Елена Мороз.

Концерттың икенсе бүлеге тамашасыларҙы, яратҡан артистары менән осрашыу шатлығы бүләк итеп, хәҙерге заманға алып ҡайтты.