4 декабрь, Йәкшәмбе

14 май 2014 йыл, 17:32

Октябрьскийҙа конференцияла халыҡ ижадын өйрәнеү мәсьәләһе тикшереләсәк

автор: Ләйлә Аралбаева

20-22 майҙа Октябрьский ҡалаһында музыка колледжы нигеҙендә художестволы белем биреү системаһында халыҡ ижадын өйрәнеү мәсьәләләре буйынса V Төбәк асыҡ ғилми-ғәмәли конференция-семинары уҙасаҡ.

«Халыҡ ижады шишмәләре» конференцияһында Башҡортостан Республикаһы, Мәскәү, Екатеринбург, Ырымбур белем биреү учреждениеларының алдынғы уҡытыусылары һәм халыҡ коллективтары етәкселәре ҡатнашасаҡ.

Ойоштороу комитеты 16 майға тиклем форумда ҡатнашыусыларҙан заявкалар ҡабул итә, тип хәбәр иттеләр БР Мәғариф министрлығының мәғариф буйынса Республика уҡыу-методик үҙәгенән.

Конференцияға мәҙәниәт һәм сәнғәт юғары белем биреү һәм урта һөнәри белем биреү йорттары уҡытыусылары һәм студенттары, балалар сәнғәт мәктәптәре етәкселәре һәм фольклор коллективтары уҡытыусылары, район мәҙәниәт һарайы һәм йорттары фольклор коллективтары етәкселәре саҡырыла.

Конференция-семинар сиктәрендә Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры солисы, Өфө дәүләт сәнғәт академияһы доценты Йәмил Абдулмановтың оҫталыҡ класы һәм Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Свердловск музыка училищеһы уҡытыусыһы Светлана Жилинскаяның семинар-практикумы ойоштороласаҡ.

Сара йомғаҡтары буйынса конференция-семинар материалдары йыйынтығын сығарыу планлаштырыла.