Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.07 ↓

EUR 60.84 ↓

25 апрель, Шишәмбе

Уфа   °

Төбәктә алимент фонды барлыҡҡа килеүе ихтимал

Сәйәсәт

Башҡортостанда алименттарҙы түләмәү мәсьәләһе махсус фондтар ойоштороу юлы менән хәл ителәсәк. Бындай инициативаны Дәүләт Думаһы депутаттары тәҡдим итте. Бәлиғ булмағандарҙың милек хоҡуҡтарын яҡлау өлкәһендә ҡануниәтте камиллаштырыуға йүнәлтелгән закон проекты бөгөн, 14 майҙа, БР Дәүләт Йыйылышының бюджет, һалым, инвестиция сәйәсәте һәм территориаль үҫеш буйынса комитеты ултырышында тикшерелде.

Комитет рәйесе Рузалия Хисмәтуллина хәбәр итеүенсә, алимент фонды ата-әсә бурыстарын тейешенсә үтәмәүгә яҙылған административ штрафтар иҫәбенә тулыланасаҡ.

Фонд аҡсалары шулай уҡ намыҫһыҙ бурыслы кешене эҙләү ваҡытында ғаиләләргә пособие формаһында билдәләнгән сумманы түләүгә барасаҡ тик күҙаллана. Ул табылғас та был түләүҙәрҙе тулы күләмдә ҡайтарасаҡ.

Быға оҡшаш ведомстволар сит илдәрҙә бар һәм ике мөһим миссияны башҡара – балаларҙы ҡарауға аҡса түләй һәм туранан-тура түләмәүселәрҙе эҙләй.

Алимент фондын ойошторорға 2011 йылда Дәүләт Думаһы депутаты Елена Николаева тәҡдим итә.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть