5 декабрь, Дүшәмбе

14 май 2014 йыл, 16:34

Башҡарма властың һөҙөмтәлелеге буйынса федераль рейтингта Башҡортостан 10-сы урынға күтәрелде

автор: Эльвира Латипова | фото: Андрей Старостин

Һуңғы йыл эсендә Рәсәй Федерацияһы субъекттарының башҡарма власть органдары эшмәкәрлеге һөҙөмтәлелеге рейтингында Башҡортостан Республикаһы бер юлы 26 позицияға юғары күтәрелеп 10-сы урынды биләне. Был хаҡта шаршамбы көнө республика Хөкүмәте ултырышында Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов хәбәр итте.

— Былтыр 2010-2012 йылдарға йомғаҡтар яһағанда беҙ 36-37-се урындарҙа инек. Бындай 26 урынға алға китеү беҙҙең уртаҡ ҡаҙанышыбыҙ булып тора һәм республиканың үткән йылдарҙа яҡшы эшләүе тураһында һөйләй, — тине Рөстәм Хамитов.

Рейтинг өс йүнәлеш буйынса башҡарма власть органдары эшен комплекслы баһалау нигеҙендә төҙөлә. Рөстәм Хәмитовтың әйтеүе буйынса, республиканың позициялары территорияның иҡтисади үҫеш күрһәткестәре буйынса көслөрәк. «Был күрһәткес буйынса Рәсәй Федерацияһының иҡ яҡшы биш төбәге араһында торабыҙ», — тип хәбәр итте БР Президенты. Башҡортостан шулай уҡ халыҡтың төбәк Хөкүмәте эшен һәм республикала эштәрҙең дөйөм торошон баһалау буйынса тәүге егерме субъект араһына инде. Һаулыҡ торошо һәм халыҡтың үлеме менән бәйле баһаларҙың «социаль» блогында Башҡортостандың позицияһы бер аҙ түбәнерәк.

Рәсәй Хәкүмәте сайтындағы мәғлүмәттәргә ярашлы, һөҙөмтәлелекте баһалау формулаһында иҡтисад үҫешкә дөйөм сағыштырма ауырлыҡ күрһәткестәренең 50 проценты тура килә, социаль өлкәне үҫтереүгә – 30 процент, халыҡтан һорау алыу һөҙөмтәләренә – 20 процент.

— Өс йыл дауамында кешеләребеҙҙең йәшәү сифатын арттырыуға йүнәлтелгән системалы эште төҙөнөк һәм тейешле һөҙөмтә бар: беҙ 10-сы урында, — тине Рөстәм Хәмитов. — Республика старт алған позициялар бик насар ине.

Юғары баһаның уңайлы финанс «эҙәмтәләренә» килтереүе мөмкин.

— Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте былтыр тәүге 20 урынды ҙур ғына аҡсалата премиялар менән баһаланы – 250 миллион һумдан алып 350-гә тиклем, — тине Рөстәм Хәмитов. — Быйыл да практика ҡабатланһа, яҡшы сумма алыуыбыҙ бар. 300 миллион һум – ул 600-700 уҡыусыға иҫәпләнгән яҡшы мәктәп төҙөлөшө хаҡы.

Алдан хәбәр итеүебеҙсә, рейтингта беренсе урынды Татарстан Республикаһы биләй. Лидерҙар араһында шулай уҡ – Төмән өлкәһе, Ханты-Манси автономиялы округы – Югра, Воронеж өлкәһе, Чечен Республикаһы, Саха (Яҡут) Республикаһы, Ямал-Ненец автономиялы округы һәм Мәскәү өлкәһе.