Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.47

EUR 60.45

26 февраль, Йәкшәмбе

Уфа   °

Йәйен Өфөлә һыуҙа ял итеү өсөн 13 зона ойоштороласаҡ

Йәмғиәт

2014 йылда Өфөлә халыҡҡа һыуҙа ял итеү өсөн 13 зона ойоштороласаҡ. Ағиҙел йылғаһы буйында «Ҡояшлы» һәм «Бельская» (Киров районы), «Нижегородка» һәм «Затон» (Ленин районы) пляждары эшләйәсәк. Ҡариҙел йылғаһы буйында Октябрь районында «Ҡояш яры» һәм «Сипайлово Сочиһы», Калинин районында «Ҡомло» («Песчаный») һәм «Йылға тамағы» («Устье»)  ял итеү зоналары асыласаҡ. Был хаҡта БР Өфө хакимиәтенең Граждандар именлеге идаралығы начальнигы Александр Сопин хәбәр итте.

Шулай уҡ пляждар күл буйҙарында эшләйәсәк – ул «Карьер» һәм «Матур» (Дим районы), «Ҡашҡаҙан»  (Октябрь районы), «Гольфстрим» һәм «Ожмах яры» (Калинин районында Йылы күлдә) ял итеү зоналары.

Әлеге ваҡытта Өфөнөң эҙләү-ҡотҡарыу отряды һыуҙа ял итеү зоналарында профессиональ ҡотҡарыусылар менән бергә дежурлыҡ ойоштороу өсөн студенттар араһынан ҡотҡарыусы-йәмәғәтселәрҙе йыя һәм өйрәтә.

2013 йылда Өфөнөң эҙләү-ҡотҡарыу отряды хеҙмәткәрҙәре 185 кешене, шул иҫәптән 28 баланы ҡотҡара. Ойошторолған ял итеү зоналарында бәхетһеҙлек осраҡтары булмай. Йыһазландырымаған ял итеү урындарында былтыр 26 кеше батып үлә.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть