11 декабрь, Йәкшәмбе

14 май 2014 йыл, 11:53

РФ Хөкүмәте: Башҡортостан өс йыл эсендә үҫеш динамикаһы буйынса илдең иң яҡшы төбәктәренең береһе

автор: Гөлфиә Акулова

Башҡортостан үҫеш кимәле һәм динамикаһы буйынса Рәсәйҙең иң яҡшы төбәктәренең береһе тип танылды. Был хаҡта 12 майҙа РФ Хөкүмәте иғлан иткән өс йыллыҡ (2011-2013 йылдар) осор күрһәткестәре динамикаһын иҫәпкә алыу менән Федерация субъекттарының башҡарма власть органдары эшмәкәрлеге һөҙөмтәлелеген баһалау йомғаҡтары буйынса яҡынса рейтингта хәбәр ителә. Шулай итеп, республика 36-сы (2010-2012 йылдарҙа) урындан 10-сы урынға сығып лидер төбәктәр төркөмөнә урынлашты.

2013 йылға һөҙөмтәлелекте баһалау йомғаҡтары буйынса беренсе урынды Татарстан Республикаһы биләй. Төмән өлкәһе, Ханты-Манси автономиялы округы – Югра үҙ беренселектәрен һаҡланы. Артабан Воронеж өлкәһе, Чечен Республикаһы, Саха (Яҡут) Республикаһы, Ямал-Ненец автономиялы округы һәм Мәскәү өлкәһе килә.

Былтырғы йомғаҡтар буйынса 20 лидер төбәктәр иҫәбенән Хакас Республикаһы, Краснодар һәм Ставрополь крайҙары, Брянск, Рязань, Калуга, Ленинград һәм Магадан өлкәләре, Ненец автономиялы округы төшөп ҡала. Алтай крайы (61-се урын) һәм Кострома өлкәһенең (67-се урын) позициялары ярайһы уҡ төшкән.

2013 йыл йомғаҡтары буйынса һөҙөмтәлелекте баһалауҙа иң аҙ күрһәткестәрҙе Ҡабарҙы-Балкар Республикаһы (80-се урын), Карелия Республикаһы (81-се урын), Еврей автономиялы өлкәһе (82-се урын) һәм Ҡурған өлкәһе (83-сө урын) башҡарма власть органдары алған.

Өс йыллыҡ осорҙа иҡтисадтың үҫеш кимәле һәм динамикаһы буйынса лидерҙар: Башҡортостан, Татарстан, Саха (Яҡут), Краснодар крайы, Түбәнге Новгород һәм Һамар өлкәләре. Иҡтисади үҫеш өлкәһендә иң аҙ һөҙөмтәләрҙе Ҡабарҙы-Балкар, Карелия, Владимир, Волгоград, Тверь һәм Ҡурған өлкәләре күрһәткән.

Дөйөм алғанда 2013 йыл йомғаҡтары буйынса Рәсәй Федерацияһының 39 субъекты яҡшырған, 40-ғы – насарайған, дүртәүһе – үҙгәрешһеҙ ҡалған.