8 декабрь, Кесе йома

14 май 2014 йыл, 12:50

«Урал батыр» эпосын бер үк ваҡытта меңләгән кеше уҡыясаҡ

автор: Ләйлә Аралбаева

15 майҙа Өфөлә Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты алдындағы майҙанда башҡорт халыҡ эпосы «Урал батыр»ға арналған флешмоб үтәсәк.

Мәҙәниәт йылына арналған ғәҙәти булмаған проекттың ойоштороусылары – Башҡорт дәүләт педагогия университеты, Башҡорт дәүләт университетының Учалы вәкиллеге һәм интернеттағы «Башҡорт телен ҡәҙерләйек!» төркөмө.

Шулай уҡ идеяны Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте, төрлө төбәктәр һәм илдәрҙә башҡорт диаспоралары, улар араһында Ханты-Манси, Силәбе өлкәһе, Мәскәү, Лянтор, Чита йәмәғәт ойошмалары хупланы. «Урал батыр» эпосын уҡыуҙары менән үҙҙәренең видеояҙмаларын башҡорт телен белгән Израиль кешеләре лә ебәргән.

Флешмобта ҡатнашыусылар эпостан үҙҙәренең яратҡан юлдарын һөйләй аласаҡ һәм күмәкләп уның бер өҙөгөн уҡыясаҡ. Социаль селтәрҙә текстың күмәкләп уҡыласаҡ юлдары урынлаштырылған. Уларҙы мәртәбәле сәсәниә Розалия Солтангәрәева артынан ҡабатларға мөмкин буласаҡ. Эпосты уҡыуҙа республика халҡы ғына түгел, ә сит ил кешеләренең дә ҡатнашыуы күҙаллана.

Өфө менән бер үк ваҡытта ҡала һәм райондарҙың билдәле кешеләре, етәкселек, ижади зыялыйҙары, киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре эпостан өҙөктө Учалы мәҙәниәт һәм ял итеү паркы сәхнәһендә уҡырға әҙерләнә. Зәйнулла ишан исемендәге мәсеттең дин әһелдәре, уҡыусылар һәм уҡытыусылар быға оҡшаш проектты Ирәмәл тауы башында һәм башҡа тәбиғәт ҡомартҡыларында ойошторорға йыйына.

«Урал батыр» башҡорт халыҡ эпосы – «Башҡортостандың ете мөғжизәһе»нең береһе. Ул ТӨРКСОЙ-ҙың матди булмаған мәҙәни мираҫ исемлегенә һәм ЮНЕСКО-ның «Кешелектең рухи һәм матди булмаған мираҫтары» яҡынса исемлегенә индерелгән.

— «Урал батыр» эпосы — ул беҙҙең милли паспорт, милләтте, глобалләштереү осоронда халыҡты һаҡлап ҡалырға ярҙам итәсәк үҙенсәлекле антивирус. Был проектты яҡлап сығыусыларға рәхмәтлебеҙ һәм республиканың барлыҡ вайымлы кешеләрен беҙгә ҡушылырға саҡырабыҙ, — тип хәбәр итте флешмобты ойоштороусыларҙың береһе, шағирә Лариса Абдуллина.

Флешмоб көндөҙгө сәғәт дүрттә башлана.

темалар: урал батыр