8 декабрь, Кесе йома

14 май 2014 йыл, 10:47

Башҡортостан Ҡырымдың Белогорск районы түрәләрен Рәсәй закондарына өйрәтә

автор: Сергей Захаров

13 майҙан алып Ҡырымдың Белогорск районы муниципаль хеҙмәттәре өсөн уҡытыу курстары башланды. Республика Президенты ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһы лекторҙары Ҡырым түрәләрен Рәсәй Федерацияһының норматив даирәһендә эшләргә өйрәтәсәк.

БР Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов ҡыҫҡа ваҡыт эсендә Ҡырымдың Белогорск районы түрәләре эшен Украина закондарынан Рәсәйҙекенә үҙгәртеп ҡороу бурысы ҡуйҙы. Үткән аҙнала Ҡырымға электрон рәүештә Рәсәй Конституцияһынан алып муниципаль эшмәкәрлекте регламентлаусы закондарға тиклем федераль норматив документтарҙың тулы пакеты ебәрелде. Был мәсьәләләрҙә ҡырымдарҙың ихтыяждарын урында билдәләү өсөн хәҙер белгестәр китте. Артабан Белогорск хеҙмәткәрҙәре өсөн Өфөлә бер аҙналыҡ уҡытыу һәм квалификацияны күтәреү курстары ойоштороласаҡ. Уларҙы бөтә өлкәләрҙә лә – һаулыҡ һаҡлауҙа, мәғарифта, социаль эштә, ауыл хужалығында, торлаҡ-коммуналь хужалығында һәм башҡаларҙа  федераль һәм төбәк программаларында ҡатнашыу өсөн заявкалар әҙерләргә өйрәтәсәктәр.

Башҡортостан министрлыҡ һәм ведомстволарында Ҡырымға консультация-хоҡуҡи ярҙам күрһәтеү буйынса эшсе төркөмдәр ойошторолдо. Белгестәр график буйынса шефлыҡҡа алынған районға бара, «ауыртҡан урындарҙы» асыҡлай. Белогорск аграрийҙарын яғыулыҡ-майлау материалдары, иген урып-йыйыу машиналары, иген урыу ваҡытында кәрәкле запас частары етмәү борсой. Урмансылар шулай уҡ махсуслаштырылған янғынға ҡаршы техниканың етмәүенә зарлана, Өфө белем биреү йорттарында ҡырымдарҙы уҡытыу мөмкинлеге менән ҡыҙыҡһына. Башҡортостан медиктары коллегалары менән тәжрибә уртаҡлашырға әҙер. Башҡортостандың Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы менән Белогорск районының ғаилә эштәре, йәштәр һәм спорт буйынса бүлеге араһында уҙаҡташлыҡ килешеүен төҙөү тураһында ҡарар ҡабул ителде.

— Һүҙ Башҡортостан Республикаһы Ҡырым йәки Белогорск районы иҡтисадын тулы күләмдә аяҡҡа баҫтырыу тураһында бармай, — тип билдәләне 28 апрелдә үҙенең матбуғат-конференцияһы барышында Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов. — Беҙ ярҙам итәсәкбеҙ, кешеләрҙе өйрәтәсәкбеҙ, норматив документтар менән эш итеү өлөшөндә булышлыҡ итәсәкбеҙ. Бюджет өлкәһендә эшләүселәр өсөн квалификацияларҙы күтәреү курстарын уҙғарасаҡбыҙ. Был беҙҙең төп ярҙамыбыҙ буласаҡ.