5 декабрь, Дүшәмбе

14 май 2014 йыл, 9:59

Берҙәм дәүләт имтиханын үткәреү барышын контролдә үҙем тотасаҡмын – Башҡортостан Президенты

автор: Эльмира Сабирова | фото: Олег Яровиков

— Берҙәм дәүләт имтиханын үткәреү барышын контролдә үҙем тотасаҡмын, — тине Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов шишәмбе, 13 майҙа, республика Хөкүмәтендә үткән 2014 йылда Берҙәм дәүләт имтиханын ойоштороу һәм үткәреү мәсьәләләре буйынса кәңәшмәлә.

Республика башлығы былтырғы йомғаҡтар буйынса төбәк БДИ-ның айырым предметтары буйынса аномаль юғары һөҙөмтәләре булған субъекттар иҫәбенә инеүен иҫкәртте.

— 2013 йылда республика интернетта контроль-баһалау материалдарын урынлаштырыу (19 осраҡ) буйынса Волга буйы федераль округында почетлы булмаған беренсе урында торҙо. Төбәк сығарылыш уҡыусылары базаһында теркәлмәгән уҡыусыларҙы имтихандарға үткәреү, талаптарға ярашлы булмаған аудиторияларҙа имтихандар тапшырыу өлөшөндә боҙоуҙар булды. Былтыр БДИ-ны республикала 24,5 мең самаһы кеше тапшырҙы, мотлаҡ предметтар буйынса БДИ-ны тапшыра алмағандарҙың иҫәбе кәмене. Теләк буйынса тапшырған, әҙәбиәттән тыш бөтә предметтар буйынса, Берҙәм дәүләт имтиханын тапшырыусыларҙың 80 һәм унан да күберәк бал йыйғандарҙың һаны артты. 11 предметтан 10-һы буйынса уртаса бал артҡан. 2012 йыл менән сағыштырмаса юғары бал алғандарҙың иҫәбе инглиз теле буйынса – 16,5 проценттан алып 44-кә тиклем, химия – 12,2 проценттан 31-гә тиклем, география – 9,5 проценттан – 28-гә тиклем, информатика буйынса ете проценттан 25-кә тиклем ныҡ ҡына артҡан. Йөҙ бал йыйғандарҙың иҫәбе ике тапҡырға тиерлек– 27-нән 51 кешегә тиклем күбәйгән, — тип билдәләне Рөстәм Хәмитов.

— Мәктәптәребеҙҙә белем биреү сифатының яҡшырыуы, педагогик составтың мәктәпте тамамлаусылар менән предмет буйынса ныҡлы эшләүе аңлашыла, әммә ҡайһы бер предметтар буйынса өлгәшеүҙең өс-дүрт тапҡырға яҡшырыуына ышаныу ауыр, — тине республика Президенты. — Берҙәм дәүләт имтихандарын тапшырғанда яйға һалынған кәрәкле балдар алыу системаһы әлегә тулыһынса бөтөрөлмәгән, унда, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был өлөштә законлылыҡты үтәүгә яуаплы булған кешеләр ҙә ҡатнаша. Беҙ был яңылыш системаны юҡ итергә тейешбеҙ. Ҡулдарын йылытырға теләүселәрҙән бөтә юлдарҙы ла ябырға.

Башҡортостанда урынлашҡан хәлде үҙгәртеү өсөн ҡаты саралар ҡабул ителде: проблемалы мәсьәләләрҙе тикшереү өсөн ведомство-ара комиссия ойошторолдо, имтихан эштәрен тикшереү өсөн йәлеп ителгән эксперттарҙы былтыр эштәрҙе баһалағанда ҙур ғына айырма ебәргәндәре өсөн алмаштырҙылар. Бынан тыш, Берҙәм дәүләт имтихандарының башҡа ойоштороусыларына ла ротация уҙғарылды, имтихандарҙы үткәреү пункттарына контроль-баһалау материалдарҙы алып барыу схемаһы үҙгәртелде. Имтихандарҙы үткәреү пункттары видеокүҙәтеү системаһы менән йыһазландырылды.

Шулай уҡ йәмәғәт күҙәтеү системаһы ла көсәйтелде. Рөстәм Хәмитовтың әйтеүе буйынса, быйыл Берҙәм дәүләт имтихан барышын былтырғыға ҡарағанда ике тапҡырға күберәк 1400-ләгән кеше күҙәтәсәк.

26 майҙан алып 19 июнгә тиклем республикала «Фән һәм мәғарифты үҫтереү буйынса Рәсәй студенттар ассоциацияһы» дөйөм Рәсәй йәмәғәт ойошмаһының 118 эксперты эшләйәсәк.

— Мин барыһын да ғәҙел эшкә һәм объективлыҡҡа саҡырам. Бындай эшмәкәрлеккә формаль ҡараш мине бөтөнләй ҡәнәғәтләндермәй, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды төбәк башлығы. — Быйыл тик мотлаҡ предметтарҙы – математика менән рус телен – туғыҙынсы синыфты тамамлаусы 39 мең уҡыусы һәм 11 класты тамамлаусы 24 мең уҡыусы тапшырасаҡ. Йомғаҡлау имтихандары ул балалар һәм ата-әсәләр өсөн стресс булғанын барыбыҙ ҙә беләбеҙ. Шул уҡ ваҡытта уҡыусыларҙың күптәре имтихандарға тырышып, намыҫлы әҙерләнеүҙәренә ышанам. Балаларҙың хоҡуҡтарын хөрмәт итергә, психологик тыныслыҡ, имтихандарҙы үткәреүҙә объективлыҡ, ғәҙеллек тәьмин итергә тейешбеҙ. Мәктәпте тамамлаусылар имтихандарҙы тиң шарттарҙа тапшырыуҙарына һәм уларҙың эш һөҙөмтәләре лайыҡлы, ғәҙел баһа алыуына ышанырға тейеш.

Имтихандарҙы ойоштороусыларға бер кем дә баҫым яһарға, балаларҙы һәм ата-әсәләрҙе ҡурҡытырға, һөҙөмтәләрҙе боҙоп күрһәтергә, уларҙың объективлығына тәьҫир итергә хоҡуҡлы түгел. Быға оҡшаш күренештәр менән ҡаты көрәшәсәкбеҙ. Беҙҙең өсөн боҙоусының статусы: мәктәп директоры, хакимиәт башлығы йәки хөкүмәттең йәки министрлыҡтың юғары дәрәжәле түрә булыуы мөһим түгел. Бер ниндәй ҙә йомшаҡлыҡ булмаясаҡ. Ҡануниәт менән ҡаралған язалар артынса кисектергеһеҙ буласаҡ. Имтихандар ғәҙел һәм асыҡ уҙғарылырға тейеш, — тип йомғаҡланы Рөстәм Хәмитов.

«Дәүләт йомғаҡлау аттестацияһын үткәреү өсөн имтихандарҙы ойоштороусылар ғына түгел, муниципалитет хакимиәте һәм ҡала берәмектәре башлыҡтары ла шәхси яуаплылыҡ алырға тейеш», тип билдәләне республика Президенты.

Ә имтихандар һөҙөмтәләре һәр мәктәптә белем биреү сифатын анализлау һәм уны арттырыу өсөн тейешле саралар ҡабул итеү инструментына әйләнергә тейеш.

Рөстәм Хәмитов 15 майҙа тағы ла бер ҡабат бөтә Берҙәм дәүләт имтихандарын үткәреү пункттарын тикшерергә ҡушты, улар быйыл 118 буласаҡ.