9 декабрь, Йома

13 май 2014 йыл, 15:39

Төбәктә йәш урман 10,5 мең гектарҙа ултыртыласаҡ

автор: Илья Спиридонов

Был яҙ Башҡортостанда 10,5 мең гектарҙа урмандарҙы тергеҙеү эштәрен башҡарыу планлаштырыла, тип хәбәр итә республика Урман хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте. Шул уҡ ваҡытта өҫтөнлөк ылыҫлы ағастарға бирелә.

— Бөгөнгә йәш урман ултыртыу эше дөйөм алғанда республика буйынса 1086 гектар майҙанда тамамланған. Урман участкаларын ҡуртымға алыусылар 257 гектар ултыртҡан, — тип һөйләне БР Урман хужалығы министрлығының урмандарҙы тергеҙеү бүлеге начальнигы Марат Кәбиров.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, былтыр Башҡортостан Республикаһында 10,6 мең гектар урман тергеҙелде, ул ҡырҡылған урман майҙанына тап килә. Рәсәй Урман хужалығы Башҡортостандың был йүнәлештә планды арттырып үтәгән төбәктәр иҫәбендә тороуын билдәләне. Урман ултыртыу майҙандары буйынса республика Волга буйы федераль округында беренсе урынды биләй.