7 декабрь, Шаршамбы

13 май 2014 йыл, 15:15

Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығында 17 майҙа балаларҙың ышаныс телефоны эшләйәсәк

автор: Эльмира Сабирова

Йыл һайын 17 майҙа Рәсәйҙә Халыҡ-ара балаларҙың ышаныс телефоны көнө билдәләнә, ул киң йәмәғәтселекте ауыр тормош шарттарында балаларҙы һаҡлау һәм уларға ярҙам итеү буйынса сараларҙы көсәйтеү кәрәклегенә иғтибар итергә саҡыра.

«Полиция балалыҡ һағында» дөйөм Рәсәй акцияһы сиктәрендә БР буйынса Эске эштәр министрлығында был көндө ҡыҙыу линия ойоштороласаҡ.

Эске эштәр министрығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, 10 сәғәттән алып 16 сәғәткә тиклем (347) 279-49-00 һандары буйынса шылтыратып үҫмер үҙенең проблемалары тураһында полиция хеҙмәткәрҙәренә, психологтарға һөйләй ала.

Балаларға һәм ата-әсәләргә психологтан консультация алыу мөмкин буласаҡ. Стационар телефондан шылтыратыу бушлай һәм аноним рәүештә буласаҡ.