8 декабрь, Кесе йома

13 май 2014 йыл, 14:42

Иглин ауылында 110 урынлыҡ балалар баҡсаһы төҙөләсәк

автор: Розалия Вәлиева

Иглин ауылында 110 урынлыҡ балалар баҡсаһы 2015 йылдың авгусына барлыҡҡа киләсәк. Төҙөүсене һайлау буйынса конкурс документтары дәүләт һатып алыуҙары сайтында баҫылған.

Килешеүҙең башланғыс (максималь) хаҡы 67,6 миллион һум тәшкил итә. Төҙөлөш ике йыл дауам итәсәк. Финанслау сығанағы – республика бюджеты аҡсалары. 2014 йылда Башҡортостан Хөкүмәте билдәләгән бюджет йөкләмәләре сиктәрендә 11,1 миллион һум бүлеү планлаштырыла, 2015 йылда – 56,5 миллион. Аукцион йомғаҡтары буйынса был мәғлүмәттәр төҙәтеләсәк.

Генераль подрядсыны билдәләүсе электрон аукцион 23 майҙа үтәсәк.