2 декабрь, Йома

13 май 2014 йыл, 14:27

«Рәсәй Балалар хоры» проекты ҡатнашыусылары Башҡортостан Хөкүмәтенең Почет грамотаһы менән бүләкләнде

автор: Ләйлә Аралбаева

Стәрлетамаҡ ҡалаһының 3-се балалар музыка мәктәбе директоры һәм хор дисциплинаһы уҡытыусыһы Ирина Столбецова һәм Людмила Герасимова Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең Почет грамотаһы менән бүләкләнде. Был юғары наградаға улар Рәсәй Балалар хорын ойоштороуҙа әүҙем булышлыҡ итеүҙәре өсөн лайыҡ булды. Был хаҡта БР рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт интернет-порталы хәбәр итә.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Стәрлетамаҡтың «Бәләкәй принц» хорынан 10 ҡатнашыусы грандиоз Рәсәй проекты составына инде, уға әҙерлек ярты йыл дауамында барҙы.

Рәсәй Балалар хоры үҙенең ике сәғәтлек дебют концертын Мариин театрының Яңы сәхнәһендә Валерий Гергиев етәкселек иткән оркестр оҙатыуында бирҙе һәм 2014 йылдың 23 февралендә Сочи ҡалаһында XXII ҡышҡы Олимпия уйындарын ябыу тантанаһында сығыш яһаны.

Илдең бөтә төбәктәренән балаларҙы конкурс ярҙамында һайлап алдылар. Уның йомғаҡтары буйынса ойошторолған хор составына 9-14 йәштәрҙәге 1000 вокал яҡтан һәләтле бала йыйылған. Коллективта ҡатнашыусылар йыл һайын Рәсәйҙең эре ҡалаларында масштаблы проекттарҙа сығыш яһаясаҡ һәм илебеҙҙе халыҡ-ара кимәлдә күрһәтәсәк.

«Бәләкәй принц» коллективы – «Хор йәйғоро» республика фестиваленең гран-при яулаусыһы. «Бәләкәй принц» өлгөлө малайҙар хоры менән Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Людмила Герасимова етәкселек итә. Был проектта уның әүҙем эше шулай уҡ Бөтә Рәсәй хор йәмғиәтенең рәхмәт хатына лайыҡ булды.

темалар: бүләкләүҙәр